Ағымдағы йылдың 30 майында III «Китап байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Милли музейына «Урал батыр»эпосының факсимиль күсермәһе баҫылған уникаль китапты ваҡытлыса һаҡлауға тапшырғайны. Эпостың машинкала яҙылған версияһы айырым тарихи һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә. Ул күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтша Буранғоловтың 1910 йылда сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов һүҙҙәренән яҙып алған тексының баҫтырылған нөсхәһе булып тора. Тап Буранғолов тырышлығы менән быуындан-быуынға телдән тапшырылған боронғо эпик риүәйәт яҙма формала һаҡланып ҡалған. Бөгөн, 8 июндә, "Урал батыр" эпосы көнөндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Урал батыр» эпосының машинкала яҙылған тексы ингән китап Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды. Был -быуындарҙың күсәгилешлеген һәм башҡорт халҡының рухи мираҫына тәрән ихтирамды символлаштырған мөһим ваҡиға. Урал батыр һәм уның вариҫтарының батырлыҡтары тураһында бәйән иткән эпос халыҡ ауыҙ-тел ижадының күренекле әҫәре генә түгел, ә башҡорттарҙың мифологияһы, тарихы һәм мәҙәниәте тураһында мәғлүмәттең мөһим сығанағы булып тора. Тапшырыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ҡатнашты. Илнур Илдар улы телмәрендә «Урал батыр» эпосының әҙәби әҫәр генә түгел, ә башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын һәм рухи ҡиммәттәрен сағылдырған халыҡ аҡылының квинтэссенцияһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Урал батыр" - хәҙерге мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн илһам сығанағы, үҫеп килгән быуын өсөн әхлаҡ һәм патриотизм өлгөһө, тип билдәләне ул. «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе булған уникаль китапты тапшырыу республиканың мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиғаға әүерелде. Был халыҡтың боронғо мираҫын һаҡлап ҡалырға һәм популярлаштырырға, уны киң аудиторияға еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Факсимиль баҫма Евразия күсмә цивилизациялар музейында ҡиммәтле экспонат буласаҡ, тип ышанабыҙ. Фото: БР Милли музейы.