Өфөлә “Росгвардия”ның йыр һәм бейеү ансамблдәренең “Мелодия на страже” фестивале асылды. Был әһәмиәтле ваҡиғаны Европа менән Азия сигендәге Урал һыртының көнбайышындағы республика беренсе тапҡыр ҡабул итте. Конкурстың 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыһы Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарға үҙ ижадын бүләк итергә тип йыйылды. Фестивалгә килгәндәрҙе милли гвардияның Үҙәк музейының күсмә күргәҙмәһе ҡаршы алды, унда тәртип һаҡлау ғәскәрҙәренең ижади традицияларының сығанаҡтары күрһәтелә. Бынан тыш, интерактив панелдәрҙә “Росгвардия” хәрбиҙәренең һәм хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы ла сағылдырыла, шулай уҡ хәрби чекистарҙың Бөйөк Ватан һуғышының аҙағында һәм унан һуңғы йылдарҙа Советтар Союзының көнбайыш төбәктәрендә бандиттарҙы юҡ итеүе лә тасуирлана. Фестивалде тантаналы асыуҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Дамир Тайыпов, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Земфира Рәшитова һәм Илнур Һибәтуллин, шулай уҡ республиканың “Салауат”, “Дива”, “Ренессанс” һәм “Забава” ижади колл