Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар шатлығы – өлкәндәр ҡыуанысы

II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале ҡунаҡтары менән танышыу форсаты тейҙе. Улар Башҡортостанда балалар өсөн тәғәйенләнгән сараларҙың даими үтеп тороуына ҡыуанысын белдерҙе, шул уҡ ваҡытта "уны тағы ла йышыраҡ уҙғарырға кәрәк" тигән теләктәрен дә еткерҙе. Фестивалде күрергә тигән маҡсат менән баш ҡалабыҙға Сибай ҡалаһынан Аида һәм Илһам Байтуриндар ҙа ашығып килеп еткән, ҡыҙҙары Мәликә һәм Айлинаны ла үҙҙәре менән бергә алғандар. – Беҙгә бында шул тиклем оҡшай, ҙур экрандан йәнһүрәт ҡарап кинәнде ҡыҙҙарыбыҙ, – тип һөйләй Байтуриндар. – Балаларыбыҙҙың иҫтәрендә ошо фестиваль оҙаҡ һаҡланырына тамсы ла шик юҡ. Бик күп ҡурсаҡтар һәм сувенирҙар һатып алдыҡ, ғәзиздәребеҙҙе тәмлекәстәр менән һыйланыҡ. Ысынлап та, ғаиләләре менән килеүселәрҙе бик күп осраттыҡ, бынан тыш, апайҙары йәки ағайҙары менән йөрөгән малай һәм ҡыҙҙарҙы ла осраттыҡ. Фестивалдә "Төньяҡ балҡыш" балалар конкурсы еңеүселәрен дә ҡотланылар. Республикабыҙҙа йәшәгән ҡыҙ һәм малайҙар жюри ҡарамағына Арктика күренеше, аҡ айыуҙа

II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале ҡунаҡтары менән танышыу форсаты тейҙе. Улар Башҡортостанда балалар өсөн тәғәйенләнгән сараларҙың даими үтеп тороуына ҡыуанысын белдерҙе, шул уҡ ваҡытта "уны тағы ла йышыраҡ уҙғарырға кәрәк" тигән теләктәрен дә еткерҙе. Фестивалде күрергә тигән маҡсат менән баш ҡалабыҙға Сибай ҡалаһынан Аида һәм Илһам Байтуриндар ҙа ашығып килеп еткән, ҡыҙҙары Мәликә һәм Айлинаны ла үҙҙәре менән бергә алғандар. – Беҙгә бында шул тиклем оҡшай, ҙур экрандан йәнһүрәт ҡарап кинәнде ҡыҙҙарыбыҙ, – тип һөйләй Байтуриндар. – Балаларыбыҙҙың иҫтәрендә ошо фестиваль оҙаҡ һаҡланырына тамсы ла шик юҡ. Бик күп ҡурсаҡтар һәм сувенирҙар һатып алдыҡ, ғәзиздәребеҙҙе тәмлекәстәр менән һыйланыҡ. Ысынлап та, ғаиләләре менән килеүселәрҙе бик күп осраттыҡ, бынан тыш, апайҙары йәки ағайҙары менән йөрөгән малай һәм ҡыҙҙарҙы ла осраттыҡ. Фестивалдә "Төньяҡ балҡыш" балалар конкурсы еңеүселәрен дә ҡотланылар. Республикабыҙҙа йәшәгән ҡыҙ һәм малайҙар жюри ҡарамағына Арктика күренеше, аҡ айыуҙар һәм башҡа йәнлектәр, тәбиғәт тураһындағы һүрәттәр ебәргән. Фото: Илдар Аҡъюлов. #АйдаИгратьУфа #АйдаИграть25 #АИДТ #Әйҙәуйнарға #Әйҙәиграть