Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер юлы – дүрт ҡорамал

Иглин үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, дүрт күсмә хирургик яҡтыртҡыс алынды. Яңы ҡорамал операциялар мәлендә ҡулланыласаҡ. Улар мобиллеге менән уңайлы, яҡтыртҡыстарҙы вертикаль күсәрҙәре тирәһендә әйләндерергә һәм тейешле йүнәлештә ышаныслы итеп нығытырға мөмкин. “Яңы яҡтыртҡыстар табиптарға операция майҙанын яҡшыраҡ күрергә ярҙам итә, был үҙ йәһәтендә диагностиканың теүәллегенә һәм әмәлиәттәрҙең уңышлы үтеүенә килтерә. Бынан тыш, заманса яҡтырҡыстарҙың мобиллеге һәм уңайлылығы һәр пациенттың талаптарына һәм процедура тибына яраҡлашырға ярҙам итә”, – тине Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Сәүбәнов. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли пр

Иглин үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, дүрт күсмә хирургик яҡтыртҡыс алынды. Яңы ҡорамал операциялар мәлендә ҡулланыласаҡ. Улар мобиллеге менән уңайлы, яҡтыртҡыстарҙы вертикаль күсәрҙәре тирәһендә әйләндерергә һәм тейешле йүнәлештә ышаныслы итеп нығытырға мөмкин. “Яңы яҡтыртҡыстар табиптарға операция майҙанын яҡшыраҡ күрергә ярҙам итә, был үҙ йәһәтендә диагностиканың теүәллегенә һәм әмәлиәттәрҙең уңышлы үтеүенә килтерә. Бынан тыш, заманса яҡтырҡыстарҙың мобиллеге һәм уңайлылығы һәр пациенттың талаптарына һәм процедура тибына яраҡлашырға ярҙам итә”, – тине Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Сәүбәнов. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.