«Интертат» был артистарҙың күрше республикала сығыш яһауын миҫалға килтергән. Кисә халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов бер көндә Татарстандың өс районында сығыш яһарға саҡырылған: төшкәсә - бер ерҙә, төштән һуң - икенсе урында, кискә инде - өсөнсө төбәктә. Килешелгән теүәл сумманы әйтмәһә лә, хәбәрсенең миллион һумға етәме тип һорауына "юҡ" тип яуап биргән ул. Йәш халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин да кисә Татарстанда сығыш яһаған. Ул да хаҡын әйтмәгән, әммә былтыр 500 мең һум һораған булған. Быйыл да сумма кәм түгелдер. Йәнә бер халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов кисә Санкт-Петербург һабантуйында йырларға тейеш ине, бөгөн инде - Әлмәттә. Былтыр бейеүселәре менән бергә сәғәт-сәғәт ярымлыҡ сығышы 300 мең һум торһа, быйыл хаҡтар артты, тип белдергән ул. Популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова иһә асыҡлыҡ индергән: "Миллион булғаны ла юҡ. Миллионға тиклем. Ә сығыштың күпме торғанын аңламайһығыҙ. Ул хаҡҡа аппаратура ла инә, ә был - 250 мең. Экран да 200-250 мең һум тора. Бынан тыш, мин 15 кешегә эш хаҡы түлә