Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Йөҙҙәрен күргем, күҙҙәренә ҡарағым килде”

Махсус хәрби операция барған биләмәгә, яугирҙәр янына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов та сәйәхәт ҡылды. Бында ул яҙыусы ла, журналист булараҡ та барҙы. Луганск Халыҡ Республикаһындағы яҡташтар менән аралашыу уның күңелендә ниндәй уйҙар тыуҙырған, нимәгә инаныс биргән һәм ҡәнәғәтлек өҫтәгән – ошолар тураһында әңгәмәбеҙ. – Марсель Шәйнур улы, был әһәмиәтле сәфәргә сығыу кемдең идеяһы булды? – Был турала "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов менән фекер алышҡанда, ул миңә бик яҡшы кәңәштәр бирҙе, шуның өсөн уға рәхмәт белдергем килә. Сәфәр тураһында бәйән итерҙән алда, тарих һөйләп китеү урынлы булыр һымаҡ. Мин үҙемде погонлы кеше тип иҫәпләйем, сөнки байтаҡ йылдар Совет армияһының запастағы офицеры булдым. Беҙҙең йәшлек заманында әрме һурпаһын эсмәгән егеттәрҙе ир-атҡа ла иҫәпләмәйҙәр ине. Бигерәк тә ауылда армияға бармай ҡалыу ҙур хурлыҡ һанала торғайны, ҡыҙҙар ”ебегән”, “эшкинмәгән” егет менән дуҫлашы

Махсус хәрби операция барған биләмәгә, яугирҙәр янына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов та сәйәхәт ҡылды. Бында ул яҙыусы ла, журналист булараҡ та барҙы. Луганск Халыҡ Республикаһындағы яҡташтар менән аралашыу уның күңелендә ниндәй уйҙар тыуҙырған, нимәгә инаныс биргән һәм ҡәнәғәтлек өҫтәгән – ошолар тураһында әңгәмәбеҙ. – Марсель Шәйнур улы, был әһәмиәтле сәфәргә сығыу кемдең идеяһы булды? – Был турала "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов менән фекер алышҡанда, ул миңә бик яҡшы кәңәштәр бирҙе, шуның өсөн уға рәхмәт белдергем килә. Сәфәр тураһында бәйән итерҙән алда, тарих һөйләп китеү урынлы булыр һымаҡ. Мин үҙемде погонлы кеше тип иҫәпләйем, сөнки байтаҡ йылдар Совет армияһының запастағы офицеры булдым. Беҙҙең йәшлек заманында әрме һурпаһын эсмәгән егеттәрҙе ир-атҡа ла иҫәпләмәйҙәр ине. Бигерәк тә ауылда армияға бармай ҡалыу ҙур хурлыҡ һанала торғайны, ҡыҙҙар ”ебегән”, “эшкинмәгән” егет менән дуҫлашыуҙан баш тартты. Университетты тамамлап барғанда хәрби кафедра асылып, егеттәрҙе әрмегә әҙерләй башланылар, беҙ уның беренсе сығарылышы инек. Бында әле йәш егеттәр менән бергә армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡандар ҙа булды, беҙҙе офицерлыҡҡа әҙерләнеләр. Бөтөнләй хеҙмәт итмәгәндәребеҙ кафедранан һуң мотлаҡ әрмегә барырға бурыслы ине. Лейтенант званиеһы бирелеүен бөгөнгөләй иҫләйем, 5 март ине. Шуныһы: был туралағы бойороҡҡа СССР-ҙың оборона министры үҙе ҡул ҡуя. Иҫ китерлек бит: осо-ҡырыйы күренмәгән киң илебеҙҙә нисәмә миллион йәш офицер әҙерләнә, һәм шуларҙың һәр береһе иҫәптә! Уҡып бөткәс, уларҙың кемеһе ҡайҙа артабан хеҙмәт итергә тейешлегенә тиклем билдәләп ҡуйылған – шул тиклем аныҡлыҡ, теүәллек, тәртип! Уҡыу алдынғыларын социалистик илдәргә хеҙмәт итергә ебәрәләр ине. Мин дә, университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Польшаға йүнәлтелдем, взвод командиры булып хеҙмәт иттем. 1973 йылда әрменән ҡайттым. Ҡайтҡас, часта бергә хеҙмәт иткән Башҡортостан егеттәре хаҡында очерк яҙҙым. Ул артабан “Батыр яраһыҙ булмай” тигән повесыма нигеҙ булды. Тап бына ошо әҫәрҙе бөгөнгө ваҡиғалар башланғас, рус телендә баҫтырып сығарыу уйы барлыҡҡа килде. Һәм ул былтыр донъя күрҙе. Дүртөйлө районында 75 йәшемә арналған сарала уның исем туйы уҙҙы. Шунда район вәкилдәре, китапханасылар менән аралашҡанда, баҫманы МХО-лағы егеттәргә алып барырға кәрәк, тигән уртаҡ фекер тыуҙы. – Нимә этәрҙе һеҙҙе был сәфәргә? – Махсус хәрби операция башланғас, күп кенә йәштәребеҙҙең баҙап ҡалыуы, дөрөҫлөктө танырға теләмәүе, ситкә сығып китергә маташыуы мине уйға һалды. Ә бит илебеҙ алып барған хәрби операция ғәҙел – дошмандар Ватаныбыҙ биләмәһенә килеп инмәҫ элек, үҙҙәре ерендә уларҙың ниәттәренә аяҡ салырға тейешбеҙ! Шуға ла махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат батыр, Шайморатов генералдың ғәҙеллек өсөн көрәшкән вариҫтарын үҙ күҙҙәрем менән барып күреп, рухи яҡтан терәк икәнемде белгертеү ниәтем күптән бар ине. Сәм уянды, ҡулға ҡорал тотоп көрәшә алмаһам да, тел, һүҙ менән батыр ир-егеттәребеҙгә фекерҙәш, теләктәш икәнемде күрһәтергә тейеш инем. Элекке офицер булараҡ, үҙемде хәрби заданиеға барған һалдат кеүек тойҙом. Яҡташтарыбыҙ яу биләмәһендә нисек йәшәй, хеҙмәт итә, уларҙы нимә борсой – бөтәһе хаҡында ла үҙҙәренән һорашҡым килде. Һәм, әйтергә кәрәк, осрашыуҙан һуң шуға инандым: ошондай ҡаһарман ир-егеттәребеҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтыр! – Бындай хәүефле юлға сыҡҡанда кем һеҙҙең юлдаштарығыҙ булды? – Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов Луганскиҙа хеҙмәт иткән егеттәргә гуманитар ярҙам алып барырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне. Шунда уға бергә барырға теләгәнемде әйткәс, мине үҙҙәре менән алырға риза булды. Алда әйтеп киткәнемсә, районда китабымдың исем туйы үтте. Унан һуң икенсе көнөнә таң менән алыҫ юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым – район хакимиәте башлығы үҙе, танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, композитор Филүс Бөркөт, Дүртөйлө вәкиле музыкант Радик Сәлихов. Шуға ла үҙебеҙҙе “әҙәби-мәҙәни десант” тип атаныҡ. Маҡсатыбыҙ – Луганскиҙа “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы егеттәренә яҡташтарынан, яҡындарынан күстәнәс, сәләмдәр тапшырыу, күрешеп алыу. – Яугирҙәр һеҙҙе нисек ҡаршы алды? – Бик күтәренке рухлы, үҙ бурыстарын яҡшы төшөнгән ир-егеттәрҙе күрҙем. Тәү осрашҡас та: “Мин һеҙҙең йөҙҙәрҙе күрергә килдем”, – тинем. Телевизорҙан күргән – ул бер төрлө, ә күҙмә-күҙ аралашыу – бөтөнләй икенсе. Кешенең йөҙөнән, күҙенән уның күңелендә ниҙәр ҡайнағанын аңларға мөмкин. Ихлас аралашырға, теләгән һорауҙарҙы бирергә була, тип тә әйтеп ҡуйҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт ҡыҫынҡыраҡ ине, теләгәнсә, күңелдәр бушағанса һөйләшеп ултырырға форсат аҙ булды. Шулай булһа ла, ошо ҡыҫҡа ғына аралашыуҙар яҡташтарыбыҙҙың рухи халәтенең ныҡлығын, еңеүгә булған тәрән ышанысын, хаҡ юлда булғандарына инанғанын баһаларға, аңларға ярҙам итте. Бындай ауыр ваҡытта тылыбыҙ ҙа ныҡлы булырға, ысын илһөйәрҙәрҙе ялғандарынан айырырға, уртаҡ маҡсаттар менән янырға, берҙәм булырға тейешбеҙ – яугирҙәр менән аралашҡанда ошондай дөйөм фекерҙә булыуыбыҙ һөйөндөрҙө. – Тағы ла нимәләргә иғтибар иттегеҙ, ниндәй күҙәтеүҙәр яһанығыҙ? – Яу шарттарында егеттәрҙең көнкүреше ниндәйерәк икән, тип ҡыҙыҡһындым, әлбиттә. Беҙ госпиталдә, яраланған ир-егеттәр дауаланған ерҙә, булдыҡ. “Башҡортостан” полкының медицина ротаһы урынлашҡан ер ине ул. Нимәһе таң ҡалдырҙы ла, һоҡландырҙы ла: егеттәр бына тигән итеп уңайлыҡтар булдырған, бөтә ерҙә лә таҙа, бөхтә, хатта кер йыуыу машиналарына тиклем бар. Яралыларҙы бик яҡшы тәрбиәләйҙәр, һаулыҡтарын нығытыр өсөн бөтә нәмә лә етә. Башҡортостан халҡының яуҙа йөрөгән яҡташтарына ярҙам итеп тороуы, шул ярҙамдың уларҙың ҡырыҫ шарттарҙағы көнкүрешен еңеләйтергә булышыуы күңелгә ҡәнәғәтлек тойғоһо бирҙе, кинәнес өҫтәне. – Тимәк, сәфәр һеҙҙең күңелде бер ни кимәлдә тынысландырҙы, тиергә була? – Әлбиттә. Иң мөһиме – егеттәрҙең йөҙөндә йәшәү дәрте, йәшәү ялҡыны, еңеүгә ынтылыш күрҙем! Иң төп маҡсатым ошоно белеү, инаныу ине, шуға ирештем. Килгәс тә яугирҙәргә, мин бында ниндәйҙер турист һымаҡ түгел, үҙемде күрһәтеү, маһайыу өсөн дә түгел, ә һеҙҙең күҙҙәргә ҡарарға килдем, тип әйткәйнем. Һәм ошо теләгем тормошҡа ашып, бер аҙ ҡәнәғәтлек, тыныслыҡ алдым, шөкөр. – Был иҫтәлекле сәйәхәт ижадығыҙ өсөн ниндәйҙер этәргес булырмы, ни әйтерһегеҙ? – Минең, әлбиттә, алдан ҡысҡыра, вәғәҙә итә торған ғәҙәтем юҡ. Шулай ҙа, ижад менән шөғөлләнәм икән, тимәк, ниндәйҙер һөҙөмтәһе булыуы бик мөмкин, тиер инем. – Әңгәмәне ниндәй фекер менән тамамлап ҡуйыр инегеҙ, Марсель Шәйнур улы? – Иң тәүҙә үҙебеҙҙең элекке совет кешеләре һәм ысын илһөйәрҙәр өсөн, илен, ерен, халҡын ҡайғыртҡандар өсөн әйтәм, уларҙы тынысландыра алам. Беҙҙең илдә әлеге хәлдәрҙе аңламағандар ҙа, ялған патриоттар ҙа етерлек, хатта ки һатлыҡ йәндәр ҙә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙарыбыҙ ауыҙынан ишетеп, күҙҙәренә, йөҙҙәренә ҡарап, шуны аңланым: беҙ хаҡлыбыҙ, башлаған эшебеҙҙе аҙағына тиклем еткерергә, еңеү алып ҡайтырға бурыслыбыҙ. Ошоларҙы төшөндөм һәм ышандым мин. Был пафослы һүҙҙәр, шапырыныу, арттырыу түгел – быларҙы ҡаһарман ир-егеттәр менән осрашыуҙағы күҙәтеүҙәрҙән һәм сатирик күҙлегенән сығып әйтәм, раҫлайым. Яугирҙәребеҙҙең әхлаҡи көсө, рух көсө ныҡлы – ә был ғәҙеллек яғында булғандарҙың ғына өлөшөнә тейгән хазина. Шулай булғас, еңеү ҙә, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште. Һүрәттәрҙә: Халыҡ яҙыусыһы менән халыҡ артисы – күптәнге ижадташ дуҫтар; әҙәби-мәҙәни десант “Башҡортостан” полкы яугирҙәре менән осрашҡандан һуң.