Найти в Дзене

Бәләкәстәргә ҡарап туйғыһыҙ

Өфө ҡалаһында ойошторолған "Әйҙә, уйнарға!" II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивален күрергә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ашҡынып килеп еткәндәр. Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһенең Тәрәнгүл районынан Вәсимовтар менән осраштыҡ. – Өфө ҡалаһында туғандарыбыҙ йәшәй, уларға ҡунаҡҡа килгәндә бер ыңғай фестивалгә лә һуғылдыҡ, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Халыҡтың күплегенә хайран ҡалдыҡ, улай ғына ла түгел, кешеләрҙең ихласлығы ғәжәп итте, шул тиклем яҡшы итеп ойошторолған сара, был урын бала-саға тауышына тулыһынса күмелгән. Шул бәхет түгелме ни! Ысынлап та, балалар өсөн ойошторолған саралар юғары кимәлдә үтә. Бына бит, бәләкәстәргә ҡарап туйғыһыҙ, аҡыллылар, матурҙар, һөйкөмлөләр! Союзмультфильм майҙаны кескәйҙәр менән шығырым тулы ине. Бында яҡшы эштәргә әйҙәгән, изгелектәргә өйрәткән, матурҙы ямандан айырырға саҡырған мультфильмдар күрһәтелде. Бәләкәстәрҙең аталары менән әсәләренә һорауҙары күп ине, үҙ сиратында, өлкәндәрҙең һәр һорауға аңлайышлы итеп яуап биреүенә шаһит булдыҡ. Бынан тыш т

Өфө ҡалаһында ойошторолған "Әйҙә, уйнарға!" II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивален күрергә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ашҡынып килеп еткәндәр. Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһенең Тәрәнгүл районынан Вәсимовтар менән осраштыҡ. – Өфө ҡалаһында туғандарыбыҙ йәшәй, уларға ҡунаҡҡа килгәндә бер ыңғай фестивалгә лә һуғылдыҡ, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Халыҡтың күплегенә хайран ҡалдыҡ, улай ғына ла түгел, кешеләрҙең ихласлығы ғәжәп итте, шул тиклем яҡшы итеп ойошторолған сара, был урын бала-саға тауышына тулыһынса күмелгән. Шул бәхет түгелме ни! Ысынлап та, балалар өсөн ойошторолған саралар юғары кимәлдә үтә. Бына бит, бәләкәстәргә ҡарап туйғыһыҙ, аҡыллылар, матурҙар, һөйкөмлөләр! Союзмультфильм майҙаны кескәйҙәр менән шығырым тулы ине. Бында яҡшы эштәргә әйҙәгән, изгелектәргә өйрәткән, матурҙы ямандан айырырға саҡырған мультфильмдар күрһәтелде. Бәләкәстәрҙең аталары менән әсәләренә һорауҙары күп ине, үҙ сиратында, өлкәндәрҙең һәр һорауға аңлайышлы итеп яуап биреүенә шаһит булдыҡ. Бынан тыш төп сәхнәгә лә, Аҡмулла сәхнәһенә лә ҡыҙ һәм малайҙар күп йыйылған. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Альберт әйтеүенсә, уға бигерәк тә арыҫлан балаһы оҡшаған, бөгөн ата-әсәһе уға арыҫлан балаһы уйынсығын һатып алып биргән, шатлығы сикһеҙ. Фото: Илдар Аҡъюлов. #АйдаИгратьУфа #АйдаИграть25 #АИДТ #Әйҙәуйнарға #Әйҙәиграть