Найти в Дзене

Балалар – беҙҙең киләсәк!

Көн үҙәге яҡынлашыуға "Әйҙә, уйнарға!" II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале майҙанын, кешеләрҙең күплегенән, йырып сыҡҡыһыҙ ине. Мәҫәлән, Зита һәм Дамир Әфләтуновтар өс балаһын, игеҙәк ҡыҙҙарын һәм улдарын, эйәртеп алып килгән. Йәш ғаиләнең һүҙҙәренә ҡарағанда, йәшәү девиздары – "балалар – беҙҙең киләсәк!" Улар быға хәтлем ике көн унда ҡатнашҡан, бөгөн дә фестиваль ҡунаҡтары булыуҙарына ҡыуаныстары сикһеҙ, иртәгә лә килергә уйлайҙар. Әфләтуновтарҙың ғәзиздәре уйнап туя алмай, бар ергә лә өлгөрөргә тырыша, хатта арып китһәләр, тирмә эсендәге креслоға инем сумалар. Уйын тигәндән, фестиваль көндәрендә Аҡмулла майҙансығында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге балаларҙың аң кимәлен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан төрлө уйындар ойоштора. Әйтәйек, "Аҡ тирәк, күк тирәк"те кем яратмай!? Әлбиттә, малай һәм ҡыҙҙар унда ҡатнашыр өсөн хатта сират баҫҡан. Бынан тыш, "Тирмә", "Көршәк ватыу" һәм башҡа уйындар шуға асыҡ дәлил. Ысынлап та, халыҡ уйындарында һәр кем ҡа

Көн үҙәге яҡынлашыуға "Әйҙә, уйнарға!" II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале майҙанын, кешеләрҙең күплегенән, йырып сыҡҡыһыҙ ине. Мәҫәлән, Зита һәм Дамир Әфләтуновтар өс балаһын, игеҙәк ҡыҙҙарын һәм улдарын, эйәртеп алып килгән. Йәш ғаиләнең һүҙҙәренә ҡарағанда, йәшәү девиздары – "балалар – беҙҙең киләсәк!" Улар быға хәтлем ике көн унда ҡатнашҡан, бөгөн дә фестиваль ҡунаҡтары булыуҙарына ҡыуаныстары сикһеҙ, иртәгә лә килергә уйлайҙар. Әфләтуновтарҙың ғәзиздәре уйнап туя алмай, бар ергә лә өлгөрөргә тырыша, хатта арып китһәләр, тирмә эсендәге креслоға инем сумалар. Уйын тигәндән, фестиваль көндәрендә Аҡмулла майҙансығында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге балаларҙың аң кимәлен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан төрлө уйындар ойоштора. Әйтәйек, "Аҡ тирәк, күк тирәк"те кем яратмай!? Әлбиттә, малай һәм ҡыҙҙар унда ҡатнашыр өсөн хатта сират баҫҡан. Бынан тыш, "Тирмә", "Көршәк ватыу" һәм башҡа уйындар шуға асыҡ дәлил. Ысынлап та, халыҡ уйындарында һәр кем ҡатнашырға теләй. "Йәшерәм яулыҡ", "Күҙ бәйләү", "Үҙеңә бүләк ҡырҡ", "Арҡан тартыу" ҙа бик сәмле бара. Ә инде йомортҡа һалынған ҡалаҡ менән йүгереү шул тиклем ҡыҙыҡлы үтте. "Мине ҡабатла!" музыка уйыны тураһында ишетеү менән бәләкәстәр майҙансыҡҡа йүгерешеп килеп тә етте, уҡтан атыуҙа һыу буйы сират ине. Фото: Илдар Аҡъюлов. #АйдаИгратьУфа #АйдаИграть25 #АИДТ #Әйҙәуйнарға #Әйҙәиграть