Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Киләсәккә пландары ҙур булған да бит...

Ошо көндәрҙә Салауат районында аяныслы хәл булды. Райондың Бишәүҙәр ауылында ихатала торған ВАЗ-2107 автомобиле янып китә. Уның эсендә 15 һәм 13 йәшлек ике үҫмер ултырған була һәм малайҙар ныҡ итеп бешә. Һөҙөмтә аяныслы: 15 йәшлеге реанимацияла һәләк була. Һуңғараҡ уның кемлеге асыҡлана. 15 йәшлек Усман Х. сығышы менән Бишәүҙәр ауылынан, быйыл ул Арҡауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлаған. Туғандары уны “һәр эште яратҡан һәм бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмаған яҡшы һәм изге күңелле малай” тип һүрәтләй. "Насар ғәҙәттәр булманы, әҙәпле. Уның киләсәккә пландары ҙур ине. 9-сынан һуң артабан уҡырға инергә, һөнәр алырға теләй, әммә уның ғүмере шундай аяныслы өҙөлә”, – тиҙәр уның тураһында. Усмандың тәне 80 процентҡа бешә. Туғандары янғындың сәбәбен белмәй. Күрше егет күреп ҡала һәм ҡысҡырып, табиптарҙы саҡыра. Малайҙың ата-әсәһе был саҡта эштә була. Хәбәр ителеүенсә, әсәһе – “Янғантау” шифаханаһында, ә атаһы Өфөлә эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған малай

Ошо көндәрҙә Салауат районында аяныслы хәл булды. Райондың Бишәүҙәр ауылында ихатала торған ВАЗ-2107 автомобиле янып китә. Уның эсендә 15 һәм 13 йәшлек ике үҫмер ултырған була һәм малайҙар ныҡ итеп бешә. Һөҙөмтә аяныслы: 15 йәшлеге реанимацияла һәләк була. Һуңғараҡ уның кемлеге асыҡлана. 15 йәшлек Усман Х. сығышы менән Бишәүҙәр ауылынан, быйыл ул Арҡауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлаған. Туғандары уны “һәр эште яратҡан һәм бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмаған яҡшы һәм изге күңелле малай” тип һүрәтләй. "Насар ғәҙәттәр булманы, әҙәпле. Уның киләсәккә пландары ҙур ине. 9-сынан һуң артабан уҡырға инергә, һөнәр алырға теләй, әммә уның ғүмере шундай аяныслы өҙөлә”, – тиҙәр уның тураһында. Усмандың тәне 80 процентҡа бешә. Туғандары янғындың сәбәбен белмәй. Күрше егет күреп ҡала һәм ҡысҡырып, табиптарҙы саҡыра. Малайҙың ата-әсәһе был саҡта эштә була. Хәбәр ителеүенсә, әсәһе – “Янғантау” шифаханаһында, ә атаһы Өфөлә эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған малайҙың дуҫы тәненең 50 процентын яндырған һәм реанимацияға эләккән. Беҙ улдарын юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ. Фото: МЧС, "Бәйләнештә".