Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Рәйес улы Латипов вазифаһынан китте. Ул пенсияға сығыу сәбәпле отставка тураһында рапорт яҙған. Марат Латипов 2016 йылдың мартынан Баш идаралыҡ начальнигы вазифаһын биләне. Ул 41 йыл Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүгә бағышлай, шуларҙың 35 йылын янғын һүндереүселәрҙә хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеү йылдарында бер нисә тапҡыр ведомство һәм дәүләт наградалары менән бүләкләнә, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған янғын һағы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә. Марат Рәйес улы етәкселегендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы йыл йомғаҡтары буйынса төбәктәр араһында даими алдынғы урындарҙы биләй. Йыл һайын баш идаралыҡ халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ҙур саралар үткәрә. Шәхси состав Марат Латиповтың төп һыҙаттары юғары һөнәри оҫталыҡ, грамоталылыҡ, ихласлыҡ, остазлыҡ һәләте, быуындар күсәгилешлеген һа