Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өйләнәм тип 19 йәшлек ҡыҙҙы урлай

Май аҙағында Кушнаренко ауылында элек хөкөм ителгән һәм федераль эҙләүҙә булған 27 йәшлек ир 22 йәшлек иптәше менән бергә 19 йәшлек ҡыҙҙы көсләп автомобиленә ултырта. Улар уны Өфө аша Туймазы районына алып китергә ниәтләй. Өфөлә улар автомобилен алмаштыра, ә Благовар районының Языков ауылы эргәһендәге М-5 трассаһында автомобилдәре ватыла. Ҡыҙҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡотҡара, ул уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ике ғәйепләнеүсе лә ҡулға алына. 27 йәшлек кеше урлаусы ике айға һаҡ аҫтына алынып, 27 июлгәсә СИЗО-ға бикләнә, уның иптәше йәшәгән ерҙән ситкә китмәү тураһында яҙма йөкләмә бирә. Төркөм менән кеше урлау статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, урлаусы оҙаҡ ваҡыт ҡыҙҙың һөйөүен яуларға тырыша һәм туй уҙғарыу хаҡында ныҡыша, әммә ҡыҙҙың ғаиләһе ҡаршы була. Урлаған көндө ул зыян күреүсенең ихтыярына ҡаршы эш итә. Фото: БР судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте.