Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кескәйҙәр ҡайтырға ашыҡмай

II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, балалар байрамында Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультеты деканы Юрий Зинченко, төрлө уйындар уйлап табыусы, мәртәбәле компания етәксеһе Евгения Черкасова, конструктор Вячеслав Гнутов, Киров өлкәһенән Ольга Доротюк, ҡурсаҡтар эшләү белгесе Татьяна Кашина, уйындар уйлап табыусы Константинов Первенов, педагог Роман Солодрвников һәм башҡалар бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты, үҙ фекерҙәрен әйтте, хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан мөғәллимдәрен һәм уйындар уйлап табыусыларының ҡатнашыуын телгә алыу артыҡ. Төп сәхнә тирәләй күргәҙмәләрҙең урынлашыуы, бүтән төрлө ойошторолған сараларҙың күплеге һәр йәһәттән дә отошло ине. Бала саҡ иленән кескәйҙәрҙең хатта ҡайтҡылары ла килмәй ине. Фото: Илдар Аҡъюлов. #АйдаИгратьУфа #АйдаИграть25 #АИДТ #Әйҙәуйнарға #Әйҙәиграть