Бер нисә йыл элек таныш табип: “Терапия – ул “йорт”тоң нигеҙе. Уның ышаныслы ҡулдарҙа булыуынан, тәүге звено хеҙмәтенән, үҫешеүенән күп нәмә тора”, – тип белдергәйне. Ысынлап та, һәр дауахананың был бүлегенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының терапия бүлегендә алтын ҡуллы, шәфҡәтле, ышаныслы белгестәр эшләй. Улар менән теләһә ниндәй ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин. Дауахананың терапия бүлеге мөдире, табип-терапевт Алһыу Айрат ҡыҙы Нурғәлиева – тап шундайҙарҙан. 2007 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын, интернатураны тамамлағас 18-се ҡала клиник дауаханаһына килгән Алһыу Айрат ҡыҙының бер урында эшләүенә 17 йыл тулып уҙған. Ул 2019 йылдан терапия бүлегенә етәкселек итә. Бер йылдан ул “COVID-19” яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы пациенттарға ярҙам госпиталенә етәксе итеп тәғәйенләнә. Был хеҙмәте өсөн Алһыу Айрат ҡыҙына Рәсәй Президентының Рәхмәте белдерелгән, оҙайлы фиҙакәр, намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының