Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Креатив ҡарашлы йәштәргә иғтибар арта

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив индустриялар сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, бизнес вәкилдәре, шулай уҡ федераль эксперттар ҡатнашты. Ижади индустрияларҙа кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү сараның төп темаһы булды. “Беҙҙең төп бурыс – креатив индустриялар даирәһендәге башланғыстарға ярҙам итеү. Булышлыҡ саралары буйынса бөтә ҡарарҙарҙы махсус комитет ҡабул итәсәк”, – тине Радий Хәбиров. “Кратив иҡтисад” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте президенты Марина Монгуш Рәсәйҙәге был тармаҡтың әһәмиәте тураһында һөйләне. “Биш йыл элек беҙҙең илдә ижади иҡтисад күҙгә күренерлек түгел ине һәм ул күңел асыу сараһы һымаҡ ҡабул ителде. Бөгөн иһә был өлкә төбәктәр үҫешенә әүҙем йоғонто яһай”, – тине Марина Монгуш. Рәсәйҙең халыҡ артисы, Дон дәүләт техник университетының Креатив индустрия институты директоры Анита Цой белем биреү программаһының үҙенсәлектәре, белгестәр әҙерләү тураһында һ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив индустриялар сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, бизнес вәкилдәре, шулай уҡ федераль эксперттар ҡатнашты. Ижади индустрияларҙа кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү сараның төп темаһы булды. “Беҙҙең төп бурыс – креатив индустриялар даирәһендәге башланғыстарға ярҙам итеү. Булышлыҡ саралары буйынса бөтә ҡарарҙарҙы махсус комитет ҡабул итәсәк”, – тине Радий Хәбиров. “Кратив иҡтисад” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте президенты Марина Монгуш Рәсәйҙәге был тармаҡтың әһәмиәте тураһында һөйләне. “Биш йыл элек беҙҙең илдә ижади иҡтисад күҙгә күренерлек түгел ине һәм ул күңел асыу сараһы һымаҡ ҡабул ителде. Бөгөн иһә был өлкә төбәктәр үҫешенә әүҙем йоғонто яһай”, – тине Марина Монгуш. Рәсәйҙең халыҡ артисы, Дон дәүләт техник университетының Креатив индустрия институты директоры Анита Цой белем биреү программаһының үҙенсәлектәре, белгестәр әҙерләү тураһында һөйләне. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, төбәктәге 71 колледжда креатив индустрияларға бәйле 31 белгес һәм 11 эшсе һөнәре буйынса программа тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина билдәләүенсә, төбәктең юғары уҡыу йорттарында ижади индустриялар өлкәһендәге 47 йүнәлеш буйынса 75 программа бар. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикалағы креатив индустриялар мәктәптәренең эше менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы ижади йәштәр менән даими диалог алып барырға кәрәклеге тураһында әйтте һәм “Патриот” паркында колледждарҙың креатив индустрияларға ылыҡҡан уҡыусылары менән осрашыу ойошторорға ҡушты. “Беҙ ирекмәндәр, спортсылар, йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән аралашабыҙ, хәҙер ижади йәштәргә сират етте. Уларҙы барлыҡ республиканан йыйырға һәм теләктәре, пландары тураһында һөйләшергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.