Найти в Дзене
"Урал" гәзите

"Башҡорт халҡында "Имән ағасы ҡороһа, ир-егеткә ауырлыҡ төшә", тигән мәҡәл бар

"Башҡорт халҡында "Имән ағасы ҡороһа, ир-егеткә ауырлыҡ төшә", тигән мәҡәл бар. Яңылышмаһам, 2020 йылдан алып йыл һайын имән ағасы йә яҙ көнө өшөй, йә ҡарышлауыҡ ашай. Һөҙөмтәһен бөтәбеҙ ҙә күрәбеҙ, беләбеҙ. Ысынлап та, ир-егеттең иңенә ауырлыҡ төштө.

Әммә быйыл, Аллаға шөкөр, имән ағасы матур итеп япраҡ ярып, ҡупшы итеп үҫеп ултыра. Ҡыуаныс. Аллаһ бойорһа, донъялар тынысланыр, ир-егеткә еңеллек килер, тигән өмөт, ышаныс бар" - ти умартасы Азамат Заһитуллин күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашып.

Юрағандарың юш килһен, Азамат. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! Ир-егеттәр ғаиләләренә, яҡындарына имен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын🙏 Ғәрәфә көнөндә изге теләктәр ҡабул булһын!

-2
-3