Бөгөн "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм хеҙмәткәрҙәре Илдар Аҡъюлов, Рәмилә Мусина Бөрйән районына эш сәфәре менән барҙы. Вәдүт Ғәйфулла улы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Миңләхмәт улы Абдуллин менән осрашып, районда 2025 йылдың икенсе яртыһына "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Гәзит хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеү яулаған Исламбай ауылында булып, проектҡа ярашлы төҙөлгән балалар майҙансығын ҡараны, урындағы әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашты. Китапханасылар көнө айҡанлы "Башҡортостан" гәзите ойошторған "Рухиәт һаҡсыһы" конкурсы еңеүсеһе Флүзә Әхмәтйәноваға диплом һәм бүләк тапшырылды.Рәмилә Мусина фотолары.