Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды

Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды “Беҙҙең маҡсат аварияларҙы иҫкәртеү, иҫерек водителдәр һәм теркәлмәгән транспорт ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү. Бәлиғ булмаған балаларҙың именлегенә ҙур иғтибар бирелә”, - тип белдерҙе баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Сараның беренсе этабы 9 июнгә тиклем дауам итә. Икенсе өлөшө 11 июндән 16-һына тиклем ойошторола. Унда республика полицияһының шәхси составы ҡатнаша. Ҡала һәм райондарҙа акциялар уҙғарыла, водителдәр тикшерелә.  “Ял көндәрендә күптәр тәбиғәткә сыға, ҡунаҡҡа йөрөй. Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Балалар машина салонында махсус креслола ултырырға тейеш”, - тине Владимир Севастьянов.

Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды

“Беҙҙең маҡсат аварияларҙы иҫкәртеү, иҫерек водителдәр һәм теркәлмәгән транспорт ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү. Бәлиғ булмаған балаларҙың именлегенә ҙур иғтибар бирелә”, - тип белдерҙе баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Сараның беренсе этабы 9 июнгә тиклем дауам итә. Икенсе өлөшө 11 июндән 16-һына тиклем ойошторола. Унда республика полицияһының шәхси составы ҡатнаша. Ҡала һәм райондарҙа акциялар уҙғарыла, водителдәр тикшерелә.  “Ял көндәрендә күптәр тәбиғәткә сыға, ҡунаҡҡа йөрөй. Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Балалар машина салонында махсус креслола ултырырға тейеш”, - тине Владимир Севастьянов.