Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Бойороғона ярашлы, 8 июндә Башҡортостанда тәүге тапҡыр "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәк. Был көн башҡорт халыҡ эпосын һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында булдырылған. «Урал батыр» эпосы Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып тора, ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы шедеврҙары» исемлегенә индереүгә кандидат булып тора. "Урал батыр" эпосы көнө һәм эпостың Баймаҡ ерлегендә яҙып алыныуына 115 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Урал батыр” эпосының әҙәби визиткаһы” исемле ҙур сара үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Бойороғона ярашлы, 8 июндә Башҡортостанда тәүге тапҡыр "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәк
5 июня 20255 июн 2025
~1 мин