Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә V “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы асылды

Бөгөн, 5 июндә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй академияһының бишенсе юбилейлы йыйынын асыу тантанаһы үтте. Академияның бөтә ҡатнашыусыларын Ay Yola төркөмө үҙенең данлыҡлы “Һомай” йыры менән сәләмләне. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, ниндәй генә ауырлыҡтарға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, сара Башҡортостанда сираттағы тапҡыр уҙғарыла, тип билдәләне. – Беҙ тағы үҙ биләмәбеҙгә йыйылдыҡ. Ул беҙгә һәр һайлауҙы үҙебеҙ яһауыбыҙ, ҡайҙа барырға һәм нисек йәшәргә кәрәклек тураһында өйрәтә. Һәм бындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла алға табан барыуҙы, үҫеште һайлай, белгәндәре менән уртаҡлаша, үҙҙәренең күңел донъяһын байыта. Беҙҙең проект шундай итеп ҡоролған: бөгөн беҙ һеҙҙең менән иң мөһим темаларға туҡталасаҡбыҙ. Улар – МХО-лағы егеттәребеҙгә ярҙам итеү, бындағы ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү; демография, рухи ҡиммәттәребеҙҙе тапшырырға теләгән мәҙәни код һ.б. Быларҙың барыһын да креатив индустриялар ярҙамын

Бөгөн, 5 июндә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй академияһының бишенсе юбилейлы йыйынын асыу тантанаһы үтте. Академияның бөтә ҡатнашыусыларын Ay Yola төркөмө үҙенең данлыҡлы “Һомай” йыры менән сәләмләне. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, ниндәй генә ауырлыҡтарға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, сара Башҡортостанда сираттағы тапҡыр уҙғарыла, тип билдәләне. – Беҙ тағы үҙ биләмәбеҙгә йыйылдыҡ. Ул беҙгә һәр һайлауҙы үҙебеҙ яһауыбыҙ, ҡайҙа барырға һәм нисек йәшәргә кәрәклек тураһында өйрәтә. Һәм бындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла алға табан барыуҙы, үҫеште һайлай, белгәндәре менән уртаҡлаша, үҙҙәренең күңел донъяһын байыта. Беҙҙең проект шундай итеп ҡоролған: бөгөн беҙ һеҙҙең менән иң мөһим темаларға туҡталасаҡбыҙ. Улар – МХО-лағы егеттәребеҙгә ярҙам итеү, бындағы ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү; демография, рухи ҡиммәттәребеҙҙе тапшырырға теләгән мәҙәни код һ.б. Быларҙың барыһын да креатив индустриялар ярҙамында яҡшыраҡ һәм етеҙерәк тормошҡа ашырып була. Был алымдар йәштәребеҙгә, ғөмүмән, һәр кешегә, һәр йортҡа, һәр беребеҙгә килеп етә, - тине Каринэ Хәбирова. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ ир-егеттәре исеменән һөйөү, хөрмәт һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – Асыҡтан-асыҡ әйтәм: “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”н ысын-ысындан хөрмәт итәм. Уның авторы ҡатыным булған өсөн генә түгел, ә был проекттың эшлекле булғаны өсөн. Ул ярҙам хаҡында. Ошо йылдар дауамында тиҫтәләрсә ҡатын-ҡыҙ медицина, консультация йәһәтенән аныҡ ярҙам алды. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” төрлө ҡыҙыҡһыныу менән янған гүзәл заттарҙы берләштерҙе. Бында ҡайһы берҙә ауыр тормош хәлендә ҡалған һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тотош яҙмышы хәл ителә. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – интеллектуаль проект та ул. Мин ҡатынымдың, уның бөтә командаһының ошо эш өсөн яныуын күрәм. Шулай килеп сыҡты: һуңғы йылдарҙа “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең төп темаһы, әлбиттә, махсус хәрби операция менән бәйле. Беҙҙең егеттәр һуғыша, һәм һәр яугир – кемдеңдер улы, ире, атаһы, туғаны. Уларҙы унда, алғы һыҙыҡҡа, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар оҙатты. Һәм тик ҡатын-ҡыҙҙар – әсәйҙәр, ҡатындар, ҡыҙҙар, һеңлеләребеҙ улар өсөн көн һайын, секунд һайын борсолоуҙың ни тиклем ауыр булыуын аңлай. Шуға күрә мин «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»нә бик рәхмәтлемен, был тема – беҙҙең өсөн иң мөһиме. Республикабыҙ донъяға үҙенсәлекле проекттар бүләк итә. Ҡатындар, әсәйҙәр берләшеп, бер-береһенә ярҙам иткән, гуманитар конвойҙар ойошторған «Ете ҡыҙ» ойошмаһын булдырҙы. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы проект – «Беренсе тирмә», уның хаҡында барығыҙ ҙа беләһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: лекциялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм воркшоптар, медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул итеүҙәр һәм психологтарҙың консультациялары. Быйыл форум тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Майҙансыҡтарҙа Мексика, Дубай, Белоруссия, Үзбәкстан, Омандан ҡунаҡтар һәм эксперттар бар. Ике көн дауамында «Һаулыҡ биләмәләре» майҙансыҡтары эшләйәсәк, унда балалар һәм өлкәндәр өсөн бушлай консультациялар үтә. “Башинформ” һәм Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.