Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике үҫмер машина эсендә янған...

Ошо көндәрҙә Салауат районында фажиғәле хәл теркәлә. Ихатала ултырған машина янып китә. Был ваҡытта уның эсендә 13 һәм 15 йәшлек ике үҫмер була. Һөҙөмтә аяныслы – 15 йәшлеге көслө тән йәрәхәттәре алғандан һуң дауаханала вафат була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, 4 июндә Салауат районының Бишәүҙәр ауылында шәхси биләмәлә “ВАЗ-2107” автомобиле эсендә 15 һәм 13 йәшлек ике үҫмер тән йәрәхәттәре алған. Урынға янғын һүндереүселәр саҡырылмаған. Малайҙарҙы ашығыс рәүештә реанимацияға алып килгәндәр. 2010 йылда тыуған бала тәненең 80 процентын яндыра һәм яһалма комаға индерелә, әммә 5 июндә иртән ул вафат була. 2012 йылда тыуған тағы бер үҫмерҙең тәненең 50 проценты янған, әле ул дауаханала, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Әле янғындың сәбәбе асыҡлана. Яҡынса, машина эсендә тиҙ яныусан яғыулыҡ булған һәм ул янып киткән. Тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Фото: МЧС.