Республикала “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы эшен дауам итә. Әлеге ваҡытта киләһе этапҡа үткән дәғүәселәр квалификацияһын үҙгәртә һәм остаз ала аласаҡ. Был кешеләр өсөн уҡыу башланды. Иң яҡшы 150 кеше араһына үткәндәр араһында Бөрйән районынан Нияз Мәхмүтов та бар ине. Егет – махсус хәрби операция ветераны. Ул тыуған иленә ҡайтҡас, үҙ көсөн һанап ҡарарға булған. – Үҙемде һәм көсөмдө һынап ҡарар өсөн ғариза бирҙем. Ҡулымдан нимә килгәнен белгем килә. 150 кеше араһына үтеүем дә еңеү, артабан ҡарарбыҙ. Минең әлегә идара итеү тәжрибәм юҡ, тик уҡырға әҙермен. Махсус хәрби операция биләмәһенә атай-әсәй ҡарамағынан да сығып етмәгән малай булып киткәйнем, ысын ир-ат булып ҡайттым. Тормошҡа ҡарашым төптән үҙгәрҙе. Әле МЧС-та эшләйем, кешеләрҙе ҡотҡарам, янғындар һүндерәм. Ҡотҡарыусыға махсус уҡыным һәм был өлкәлә тәжрибәмде арттырып торам. Олатайым хәрби кеше булды, бөйөк Шайморатов генерал менән бергә һуғышҡан. Бәләкәйҙән уға оҡшап хәрби, офицер булырға хыялландым. Был программа яңы мөмкинлектәр асыр тип ышанам, – ти Нияз. Автор фотоһы.