Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы генетик технологиялар эшләнә

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институты ҡошсолоҡ тармағы өсөн яңы генетик технологиялар булдырыуға ярҙам алды. Был проект “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү” милли проектына ярашлы (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) башҡарыла. Өс йыл дауамында ғалимдар тауыҡтар генын өйрәнә һәм уларҙы камиллаштырыу алымдарын күрһәтә. Шулай уҡ институтта йәш белгестәргә селекцияның заманса алымдарына өйрәтеү өсөн белем биреү программаларын әҙерләйҙәр. - “Таврос” компанияһы төркөмө – илдә йомортҡа етештереүсе алдынғы предприятиеларҙың береһе. Ул үҙенә мөһим миссия алды – Европа партнерҙары менән берлектә Рәсәйҙә бойондороҡһоҙ йомортҡа кросын булдырыу. Беҙҙең бурыс – заманса технологиялар ярҙамында был эшкә ярҙам итеү. Өс йыл эсендә ҡошсолоҡ менән бәйле бер нисә генетик база булдырырға ниәтләйбеҙ, - тине проект етәксеһе Олег Гусев. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү”

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институты ҡошсолоҡ тармағы өсөн яңы генетик технологиялар булдырыуға ярҙам алды. Был проект “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү” милли проектына ярашлы (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) башҡарыла. Өс йыл дауамында ғалимдар тауыҡтар генын өйрәнә һәм уларҙы камиллаштырыу алымдарын күрһәтә. Шулай уҡ институтта йәш белгестәргә селекцияның заманса алымдарына өйрәтеү өсөн белем биреү программаларын әҙерләйҙәр. - “Таврос” компанияһы төркөмө – илдә йомортҡа етештереүсе алдынғы предприятиеларҙың береһе. Ул үҙенә мөһим миссия алды – Европа партнерҙары менән берлектә Рәсәйҙә бойондороҡһоҙ йомортҡа кросын булдырыу. Беҙҙең бурыс – заманса технологиялар ярҙамында был эшкә ярҙам итеү. Өс йыл эсендә ҡошсолоҡ менән бәйле бер нисә генетик база булдырырға ниәтләйбеҙ, - тине проект етәксеһе Олег Гусев. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү” милли проектының маҡсаты - Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар ил Президенты ҡарары менән быйылдан тормошҡа ашырыла. фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.