Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көнбағыш майы оҙатты

Шишмә май экстракцияһы предприятиеһы Ҡытайға 484 тонна эшкәртелмәгән көнбағыш майы экспортлаған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан. Төбәктең агросәнәғәт комплексы тауарын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Ҡытай Халыҡ Республикаһының Баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, бөтә 22 партия үҫемлек майынан һайлап алынған һынауҙар Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор тикшереүҙәр үткән. Энтомологик, геологик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. “Башҡортостандан көнбағыш майы импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса тап килә. Продукция экспортҡа оҙатылған", – тиелә күҙәтеү ведомствоһы белдереүендә. 2025 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексы предприятиелары 90 мең тоннаға яҡын иген һәм уны эшкәртеү тауарҙары экспортлаған. Фото: 102.fsvps

Шишмә май экстракцияһы предприятиеһы Ҡытайға 484 тонна эшкәртелмәгән көнбағыш майы экспортлаған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан. Төбәктең агросәнәғәт комплексы тауарын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Ҡытай Халыҡ Республикаһының Баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, бөтә 22 партия үҫемлек майынан һайлап алынған һынауҙар Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор тикшереүҙәр үткән. Энтомологик, геологик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. “Башҡортостандан көнбағыш майы импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса тап килә. Продукция экспортҡа оҙатылған", – тиелә күҙәтеү ведомствоһы белдереүендә. 2025 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексы предприятиелары 90 мең тоннаға яҡын иген һәм уны эшкәртеү тауарҙары экспортлаған. Фото: 102.fsvps.gov.ru.