Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уҡыусылар Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

4 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты уҡыусылары менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 майҙа “Патриот” паркында төбәк етәксеһе Башҡортостан мәктәптәренең X кластары уҡыусылары менән аралашты. Улар, атап әйткәндә, республика Башлығы Хакимиәтенә эшкә нисек эләгеү тураһында ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров балаларҙы үҙенең кабинетына саҡырҙы. Осрашыуға X класс уҡыусылары Асҡар Ғәлимуллин, Арыҫлан Ишкилдин, Илнур Сәлихҡолов һәм Алмаз Таһиров килде. Радий Хәбиров балалар өсөн эш урыны буйлап экскурсия үткәрҙе – үҙенең кабинетын, осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр өсөн залдарын күрһәтте. Төбәк Башлығы Башҡортостандың махсус хәрби операция биләмәһендә һуғышҡан ирекле подразделениелары хаҡында ла һөйләне. Уҡыусылар республика етәксеһенә рәссам Александр Скорняков бүләк иткән “Доға ҡыл, ағай, мин яҡлаясаҡмын” картинаһына айырыуса иғтибар бүлде. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының улы Алмаз Таһиров менән һөйләшкәндә уҡыусының ат

4 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты уҡыусылары менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 майҙа “Патриот” паркында төбәк етәксеһе Башҡортостан мәктәптәренең X кластары уҡыусылары менән аралашты. Улар, атап әйткәндә, республика Башлығы Хакимиәтенә эшкә нисек эләгеү тураһында ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров балаларҙы үҙенең кабинетына саҡырҙы. Осрашыуға X класс уҡыусылары Асҡар Ғәлимуллин, Арыҫлан Ишкилдин, Илнур Сәлихҡолов һәм Алмаз Таһиров килде. Радий Хәбиров балалар өсөн эш урыны буйлап экскурсия үткәрҙе – үҙенең кабинетын, осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр өсөн залдарын күрһәтте. Төбәк Башлығы Башҡортостандың махсус хәрби операция биләмәһендә һуғышҡан ирекле подразделениелары хаҡында ла һөйләне. Уҡыусылар республика етәксеһенә рәссам Александр Скорняков бүләк иткән “Доға ҡыл, ағай, мин яҡлаясаҡмын” картинаһына айырыуса иғтибар бүлде. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының улы Алмаз Таһиров менән һөйләшкәндә уҡыусының атаһына ярҙам һүҙҙәрен еткерҙе. – Иң мөһиме – ул иҫән һәм сәләмәт булһын. Минән сәләм әйт. Әле беҙҙең өсөн иң мөһим кешеләр – яугирҙәр,– тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы уҡыусыларға иҫтәлеккә бүләктәр бирҙе, ә балалар үҙ сиратында республика етәксеһенә лицейҙың 100 йыллығына сығарылған китапты тапшырҙы. Радий Хәбиров балаларға бүләк өсөн рәхмәт әйтте һәм уҡыуҙа уңыштар теләне. – Бөгөн миңә яҡшы егеттәр килде. Әлегә тыйнаҡ, оялсан. Әммә бер нисә йылдан һуң уларҙың яурындары тураясаҡ, аңлы ҡараштары тыуасаҡ. Әле үк уларҙың дөрөҫ тәрбиәләнгәнлеге күренеп тора, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. Бынан тыш, уҡыусылар Республика идара итеү үҙәгендә булды, унда төбәктең иҡтисады һәм социаль өлкәһе үҫеше тураһында мәғлүмәтте реаль ваҡытта тапшырыусы мәғлүмәт панелдәре – дашбордтар менән танышты. Лицей-интернат уҡыусыларына шулай уҡ Ситуацион үҙәк, Стратегик эштәр үҙәге һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләнеләр. Фото: glavarb.ru.