Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Башҡортостостандың ете мөғжизәһенә ингән мәшһүр "Урал батыр" эпосы “Айыуҡай” балалар баҡсаһының тәрбиәүи эшенең төп нигеҙе булып тора

Башҡортостостандың ете мөғжизәһенә ингән мәшһүр "Урал батыр" эпосы “Айыуҡай” балалар баҡсаһының тәрбиәүи эшенең төп нигеҙе булып тора. Сөнки 2020 йылдан алып “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса эксперименталь майҙансыҡта эш башланды һәм 5 йыл дауамында әле лә һөҙөмтәле эшләүен дауам итә. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса “Урал батыр вариҫтары йыйыны” республика семинары үтте. Халҡыбыҙҙың бай ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү, “Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш, тигән маҡсат менән, Өфө, Сибай, Йылайыр, Күмертау, Әбйәлил, Мәләүез, Белорет, Хәйбулла, Баймаҡ ҡалаһы һәм райондары балалар баҡсаларының етәкселәрен һәм тәрбиәселәрен бергә тупланы.

Башҡортостостандың ете мөғжизәһенә ингән мәшһүр "Урал батыр" эпосы “Айыуҡай” балалар баҡсаһының тәрбиәүи эшенең төп нигеҙе булып тора. Сөнки 2020 йылдан алып “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса эксперименталь майҙансыҡта эш башланды һәм 5 йыл дауамында әле лә һөҙөмтәле эшләүен дауам итә.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса “Урал батыр вариҫтары йыйыны” республика семинары үтте. Халҡыбыҙҙың бай ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү, “Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш, тигән маҡсат менән, Өфө, Сибай, Йылайыр, Күмертау, Әбйәлил, Мәләүез, Белорет, Хәйбулла, Баймаҡ ҡалаһы һәм райондары балалар баҡсаларының етәкселәрен һәм тәрбиәселәрен бергә тупланы.

-2
-3
-4
-5
-6
-7