Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Малайзия менән хеҙмәттәшлекте көсәйтә

Башҡортостан Республикаһы менән Малайзия фән һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә башлай. Берлектәге проекттар тотороҡло үҫеш биләмәләрен үҫтереүгә һәм тәбиғәт мираҫын һаҡлауға йүнәлтелә. Башҡортостан делегацияһы Куала-Лумпур һәм Кота Кинабалу (Борнео утрауы) ҡалаларынан ҡайтты, унда һаҡланған территориялар менән идара итеүҙең уникаль тәжрибәһен өйрәнде. Яҡтар перспективаларҙы тикшерҙе һәм бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев билдәләүенсә, фәнни-белем биреү башланғыстарын яҡлау төбәк өсөн өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәренең береһе булып тора. – Беҙ дуҫ илдәрҙең халыҡ-ара партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, уникаль тәбиғи һәм мәҙәни ресурстарҙы фәнни тикшеренеүҙәр һәм мәғариф өсөн файҙаланырға тырышабыҙ. Был республикабыҙҙа фәнде үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, Башҡортостан Республикаһының глобаль фәнни-мәғариф проекттарында әүҙем ҡатнашҡан төбәк булараҡ имиджын нығыта. Сәфәр һөҙөмтәһендә Вуз-ара кам

Башҡортостан Республикаһы менән Малайзия фән һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә башлай. Берлектәге проекттар тотороҡло үҫеш биләмәләрен үҫтереүгә һәм тәбиғәт мираҫын һаҡлауға йүнәлтелә. Башҡортостан делегацияһы Куала-Лумпур һәм Кота Кинабалу (Борнео утрауы) ҡалаларынан ҡайтты, унда һаҡланған территориялар менән идара итеүҙең уникаль тәжрибәһен өйрәнде. Яҡтар перспективаларҙы тикшерҙе һәм бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев билдәләүенсә, фәнни-белем биреү башланғыстарын яҡлау төбәк өсөн өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәренең береһе булып тора. – Беҙ дуҫ илдәрҙең халыҡ-ара партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, уникаль тәбиғи һәм мәҙәни ресурстарҙы фәнни тикшеренеүҙәр һәм мәғариф өсөн файҙаланырға тырышабыҙ. Был республикабыҙҙа фәнде үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, Башҡортостан Республикаһының глобаль фәнни-мәғариф проекттарында әүҙем ҡатнашҡан төбәк булараҡ имиджын нығыта. Сәфәр һөҙөмтәһендә Вуз-ара кампус резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм «Парки Сабах» агломерацияһының директорҙар советы (Борнео утрауы) араһында килешеүҙәр төҙөлдө. Һуңғыһы шулай уҡ Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты менән килешеүгә лә ҡул ҡуйҙы. Яҡтар телдәрҙе тәрән өйрәнеү мөмкинлеге менән берлектәге фәнни-популяр маршруттар булдырыу һәм берлектәге фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килеште. Белешмә Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru