Бөгөн Мерәҫ ауылы китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Рыҫмөхәмәтов Хажиғәле Әхмәтхажи улының тыуыуына 100 йыл уңайынан " Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала " исемле ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Кисәгә ветерандың балалары, туғандары, колхозда иңгә - иң терәшеп эшләүсе хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, Ағинәйҙәр, МХО- ла ҡатнашыусы геройҙарыбыҙ С. Т.Кинйәбулатов, Р. Р. Сәғитов, ауыл хакимиәте башлығы Ш. С. Нәҙербаев һәм баш ҡала ҡунаҡтары Буранбай ағай һәм Рәшиҙә апай Күсәбаевтар саҡырылды.
Бөтә ғүмерен тыуған ауылы менән бәйләгән, тыуған илен һаҡлауҙа күп батырлыҡтар күрһәтеүсе ир- уҙаман хаҡында бик йылы иҫтәлектәре менән бүлеште сығыш яһаусылар. Күпме хәтирәләр йомғағы һүтелде.
Хажиғәле Әхмәтхажи улының тормош юлына, яу юлдарына байҡау яһалды.
Һәр кемгә лә иғтибарлы, эскерһеҙ, ярҙамсыл, оло йөрәкле, кеселекле һәм кешелекле булыуы менән Хажиғәле Әхмәтхажи улы замандаштарының, ауылдаштарының күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.
Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала,
Ҡаһармандар даны мәңгелек!