Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Татарстанға БПЛА һөжүм иткән

Бөгөн күрше Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһына йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Республика Рәйесе Рөстәм Миңлехановтың мәғлүмәттәре буйынса, ВСУ-ның БПЛА-һын юҡ итеү ваҡытында пилотһыҙ аппарат емереклектәре республиканың Алабуға районындағы автомобиль заводының КПП бинаһына төшә. “Һөҙөмтәлә эшсе һәләк була. Бөтәһе 13 кеше зыян күрә. Береһе ауыр хәлдә. Барыһына ла тиҙ арала тейешле медицина ярҙамы күрһәтелде. Урында янғын сыға, уны шулай уҡ тейешле хеҙмәттәр тиҙ арала һүндерә”, – тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында. Рөстәм Миңлеханов, украин яғының ҡурҡыу һәм паника тыуҙырырға маташыуына ҡарамаҫтан, Татарстанда бөтә предприятиелар һәм тормош тәьмин итеү объекттары тотороҡло эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Оператив хеҙмәттәр даими хәрби әҙерлектә", – тип өҫтәне төбәк башлығы. 15 июнь иртәһендә Росавиация вәкиле Артем Кореняко Татарстандың ике аэропортында — Ҡазанда һәм Түбәнге Камала — һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелеүе тураһында

Бөгөн күрше Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһына йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Республика Рәйесе Рөстәм Миңлехановтың мәғлүмәттәре буйынса, ВСУ-ның БПЛА-һын юҡ итеү ваҡытында пилотһыҙ аппарат емереклектәре республиканың Алабуға районындағы автомобиль заводының КПП бинаһына төшә. “Һөҙөмтәлә эшсе һәләк була. Бөтәһе 13 кеше зыян күрә. Береһе ауыр хәлдә. Барыһына ла тиҙ арала тейешле медицина ярҙамы күрһәтелде. Урында янғын сыға, уны шулай уҡ тейешле хеҙмәттәр тиҙ арала һүндерә”, – тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында. Рөстәм Миңлеханов, украин яғының ҡурҡыу һәм паника тыуҙырырға маташыуына ҡарамаҫтан, Татарстанда бөтә предприятиелар һәм тормош тәьмин итеү объекттары тотороҡло эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Оператив хеҙмәттәр даими хәрби әҙерлектә", – тип өҫтәне төбәк башлығы. 15 июнь иртәһендә Росавиация вәкиле Артем Кореняко Татарстандың ике аэропортында — Ҡазанда һәм Түбәнге Камала — һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелеүе тураһында хәбәр иткән ине. Күршеләргә сабырлыҡ теләйбеҙ. Фото: Телеграм.