2017 йылда ойошторолған предприятие магистраль газ торбаларында файҙаланыуҙан сығарылғандан һуң утилләштерелергә тейешле торбаларҙы эшкәртеүгә махсуслаша. Бынан тыш, бында ваҡ сортлы прокат продукцияһы периодик профилле арматура етештерелә. Етештереү ҡеүәте – йылына 1 000 тонна. Майҙансыҡта дөйөм алғанда 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Төбәк етәксеһе завод цехтарында булды, металл эшкәртеү һәм яңы изделиелар эшләү технологиялары менән танышты. Предприятие директоры Артем Гемаев 2025 йылда прокат сығарыу күләмен арттырыу маҡсатында производствоны модернизациялау өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙары хаҡында һөйләне. Был йылына 2,5 мең тоннаға тиклем арматура сығарырға һәм уның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Әҙер продукцияны һаҡлау өсөн яңы склад төҙөргә планлаштыралар. Радий Хәбиров предприятие эшенең динамикаһын һәм уның артабанғы үҫеш перспективаларын юғары баһаланы. Сығанаҡ: glavarb.ru