Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ҡыҙарып беште еләк

Ҡыҙарып беште еләк. Еләк бешә, ә мин ҡайтам Шамонин биҫтәһенән. Бигерәк тә үкенесле, Сыҡмаҫһың иҫтәремдән... Ҡыҙарып бешкән еләктәр, Ҡыҙҙырмағыҙ күҙемде. Һеҙҙе ҡалдырып, һатлыҡ йәндәй Тоям әле үҙемде. Еләккәйҙәр өлгөргәндәр, Тик түгел минең өсөн. Инде башҡа берәү йыйыр, Моңдарға ҡушып көсөн. Эй, еләгем, һис үпкәм юҡ, Өлгөрөп тор йыл һайын. Һаулығымды бир, Хоҙайым, Йыйырмын килгән һайын. Мин килгәнгә һин шатланып, Өлгөрәһең һәр йәйҙә. Килермен мин һәр йәй һайын, Бешеп кенә тор, әйҙә! Бигерәк матур Шамуниндың Еләк бешкән йәйҙәре. Эҙләмәгеҙ ләззәт күктән, Бында ожмах ерҙәре! /Сибай ҡашҡа/

Ҡыҙарып беште еләк.

Еләк бешә, ә мин ҡайтам

Шамонин биҫтәһенән.

Бигерәк тә үкенесле,

Сыҡмаҫһың иҫтәремдән...

Ҡыҙарып бешкән еләктәр,

Ҡыҙҙырмағыҙ күҙемде.

Һеҙҙе ҡалдырып, һатлыҡ йәндәй

Тоям әле үҙемде.

Еләккәйҙәр өлгөргәндәр,

Тик түгел минең өсөн.

Инде башҡа берәү йыйыр,

Моңдарға ҡушып көсөн.

Эй, еләгем, һис үпкәм юҡ,

Өлгөрөп тор йыл һайын.

Һаулығымды бир, Хоҙайым,

Йыйырмын килгән һайын.

Мин килгәнгә һин шатланып,

Өлгөрәһең һәр йәйҙә.

Килермен мин һәр йәй һайын,

Бешеп кенә тор, әйҙә!

Бигерәк матур Шамуниндың

Еләк бешкән йәйҙәре.

Эҙләмәгеҙ ләззәт күктән,

Бында ожмах ерҙәре!

/Сибай ҡашҡа/