Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Евразия йөрәгенә сәйәхәт" Башҡортостанға килә

6 июндә Мәскәүҙә Үҙәк Азияның һәм Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу ҡалаһын үҙ эсенә алған "Евразия йөрәгенә сәйәхәт" халыҡ-ара гуманитар-эшлекле инициативаһы башланды. 51 көн дауам итәсәк экспедиция сиктәрендә ҡатнашыусылар 8 000 саҡрымдан ашыу юл үтәсәк, шул иҫәптән Рәсәй, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан төбәктәрендә буласаҡ, фән, бизнес, мәҙәниәт, медиа өлкәләрендә тиҫтәләгән сара үткәрәсәк. Экспедицияға "Халыҡ-ара төбәк интеграцияһы үҙәге" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Рәсәй-Тажик Эшлекле советы рәйесе Ислам Замир улы Назаралиев етәкселек итә. Экспедиция составына Рәсәй, АҠШ, Финляндия, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Перу, Германиянан бизнесмендар, ғилми берләшмә вәкилдәре һәм блогерҙар инә. 14 июндән 17-һенә тиклем экспедиция Башҡортостан Республикаһында була. Унда ҡатнашыусылар менән киң эшлекле программа планлаштырылған. "Туризм: төбәктең мәҙәни кодын асабыҙ" панель сессияһы, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы, төрлө тематик

6 июндә Мәскәүҙә Үҙәк Азияның һәм Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу ҡалаһын үҙ эсенә алған "Евразия йөрәгенә сәйәхәт" халыҡ-ара гуманитар-эшлекле инициативаһы башланды. 51 көн дауам итәсәк экспедиция сиктәрендә ҡатнашыусылар 8 000 саҡрымдан ашыу юл үтәсәк, шул иҫәптән Рәсәй, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан төбәктәрендә буласаҡ, фән, бизнес, мәҙәниәт, медиа өлкәләрендә тиҫтәләгән сара үткәрәсәк. Экспедицияға "Халыҡ-ара төбәк интеграцияһы үҙәге" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Рәсәй-Тажик Эшлекле советы рәйесе Ислам Замир улы Назаралиев етәкселек итә. Экспедиция составына Рәсәй, АҠШ, Финляндия, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Перу, Германиянан бизнесмендар, ғилми берләшмә вәкилдәре һәм блогерҙар инә. 14 июндән 17-һенә тиклем экспедиция Башҡортостан Республикаһында була. Унда ҡатнашыусылар менән киң эшлекле программа планлаштырылған. "Туризм: төбәктең мәҙәни кодын асабыҙ" панель сессияһы, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы, төрлө тематик семинарҙар һәм "түңәрәк өҫтәл"дәр үтәсәк. Бынан тыш, программала – Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыу, "Фест Бар" фестивалендә ҡатнашыу, "Торатау" этнокомплексына экскурсия, ат спорты сығыштарын күрһәтеү, милли музыка ҡоралы – ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған. Шулай уҡ Зубов ауылындағы "Һинең ағасың" үҫемлек үрсетеү микроколональ үҙәгенә барыу, унда экспедицияла ҡатнашыусы илдәрҙең ағастарын ултыртыу тантанаһы үтәсәк. Бынан тыш, Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгенә экскурсия планлаштырыла. Фото: "Башинформ".