Дәүләт башлығы 2024 йылда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, “Ысын элита – ул Рәсәйгә хеҙмәт итеүселәрҙең барыһы ла: ышаныслы, һыналған, Ватанға тоғролоғон эш менән иҫбатлаған, лайыҡлы кешеләр”. Президент программаһы Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларыбыҙға дәүләт идаралығына юл асты. Был яугирҙәр өсөн еңел булмаған саҡырыу, әммә улар уны лайыҡлы ҡабул итә һәм был эшкә көсөн, ваҡытын йәлләмәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың февраленән Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн "Башҡортостан геройҙары" үҫеш проекты ғәмәлдә. Төбәк программаһы "Геройҙар ваҡыты" федераль проектын киңәйтә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙең иң яҡшы сифаттары – яуаплылыҡ, намыҫ, Ватанға тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте нығына. Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.