Байтаҡ ваҡыт элек социаль селтәрҙә ҡыҙыҡ видеоролик таралғайны: бер ҡатын өйҙә һикереп-һикереп башҡорт көйөнә бейей ҙә, иҙән таҡтаһы емерелеп, баҙға төшөп китә. Кешеләр быны махсус төшөрөлгән яҙма тип тә әйтеп ҡуйҙы, сөнки ҡатын ысынлап таҡтаны һындырырҙай булып ҡаты итеп баҫа. Ә күптәрҙе уның ҡолағас тәләфләнеп ҡуйыуы ҡурҡытты. Был видеояҙманы интернетта биш миллион халыҡ ҡараған. Әле федераль телевидениела Андрей Малахов алып барған "Интернет геройҙары" тигән тапшырыуҙа был героиня билдәле булды. Ул - Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Римма Юнысбаева. Сибайҙағы туғандарына ҡунаҡҡа барғанда бәләкәй бер йәшлек кенә балаларҙың бейеп маташҡанын ҡарап, уларға оҫталыҡ дәресе бирмәксе булғандай, оса-ҡуна бейегән ҡатын баҙ ҡапҡасы һыныр тип уйламай ҙа. Әле телетапшырыу хеҙмәткәрҙәре килгәс, Римма уларҙы Сибайға алып бара. Теге өйгә инде ремонт яһалған, баҙ ҡапҡасы ла алмаштырылған, ныҡ итеп эшләнгән. Ҡатын уның өҫтөндә бейеп тә күрһәткән. Ә интернетта йөрөгән видео тулыһынса булмаған икән. Баҙ