Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғафури районының Табын ауыл эргәһендә 29 йәшлек егет һыуға батып үлгән. Ваҡиға шаһиттары һүҙҙәренсә, балыҡтан ике автомобилдә ҡайтып барғанда артта бирғаны күҙ уңынан юғала. Асыҡланыуынса, "ВАЗ 2112" автомобиле текә ярҙан һыуға төшөп киткән була. Автомобилде трактор ярҙамында сығаралар, уның эсендәге 29 йәшлек егет һәләк булған. Әле оператив-тәфтиш эштәре алып барыла. Бик ҡыҙғаныс, ошо балыҡ тип күпме кешенең ғүмере өҙөлә... Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.