Найти в Дзене

Балаларҙы туҡландырыуҙа - яңы технология!

Башҡортостан мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу буйынса төп ойоштороусыларҙың береһе – “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” федераль проектында (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") ҡатнаша, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Тейешле килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте һәм төбәктең компетенциялар үҙәге тарафынан ҡул ҡуйылған. Компанияның төп маҡсаты – һаҡсыл технологиялар индереү иҫәбенә производствоның һөҙөмтәлелеген күтәреү, логистик процестарҙы оптиммаләштереү. - Процестарҙы оптималләштереү дәүләт заказдары менән эшләүсе компаниялар өсөн айырыуса актуаль. Һаҡсыл технологиялар предприятиеға ресурстар менән һөҙөмтәле идара итергә ярҙам итә. Балалар туҡланыуы менән бәйле эштә был айырыуса мөһим. Унда сифатҡа ла, килтереү ваҡытына ла талаптар юғары, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. -Федераль проектта ҡатнашыу беҙгә һаҡсыл технологиялар

Башҡортостан мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу буйынса төп ойоштороусыларҙың береһе – “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” федераль проектында (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") ҡатнаша, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Тейешле килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте һәм төбәктең компетенциялар үҙәге тарафынан ҡул ҡуйылған. Компанияның төп маҡсаты – һаҡсыл технологиялар индереү иҫәбенә производствоның һөҙөмтәлелеген күтәреү, логистик процестарҙы оптиммаләштереү. - Процестарҙы оптималләштереү дәүләт заказдары менән эшләүсе компаниялар өсөн айырыуса актуаль. Һаҡсыл технологиялар предприятиеға ресурстар менән һөҙөмтәле идара итергә ярҙам итә. Балалар туҡланыуы менән бәйле эштә был айырыуса мөһим. Унда сифатҡа ла, килтереү ваҡытына ла талаптар юғары, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. -Федераль проектта ҡатнашыу беҙгә һаҡсыл технологиялар ҡулланылған яңы производство майҙансығын эшләтеп ебәрергә мөмкинлек бирә, - ти “Туҡланыу үҙәге”нең башҡарма директоры Вадим Әхмәҙуллин. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.