Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәләүез районында йәйгә яңы ҡунаҡхана асыла

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты ярҙамында төҙөлгән “Нөгөш” ҡунаҡханаһы йәйге миҙгелгә Мәләүез районында асыла. Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. – Дәүләт ярҙамы туризм тармағын үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Уның ярҙамында туризм өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә туристик объекттар һәм хеҙмәттәр һаны арта, был эшҡыуарлыҡ мөхитенә һәм туристик сектор үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, – тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Ҡунаҡхана биләмәһендә 32 модулле йорт төҙөлә. Уларҙың һәр береһендә ике-алты тиклем йоҡлау урыны бар. Эстә йәшәү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: кондиционерҙар, аш-һыу блоктары, санузелдар, душ кабиналары. Шулай уҡ коммуникациялар тоташтырылған. Әле биләмәһен төҙөкләндереү бара. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар ала, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: biznestur.bashkortostan.ru.