Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 2025 йылда социаль предприятие статусын раҫларға йәки тәүге тапҡыр алырға теләгән бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарынан документтар ҡабул итә. Элекке статусын раҫлатырға теләгәндәр – 1 июнгә тиклем, яңы эшҡыуарҙар йыл дауамында документ тапшыра ала. – 2025 йылдың 10 майына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала 609 социаль предприятие теркәлгән. Бындай статус “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы махсус ярҙам сараларынан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Шул иҫәптән, дәүләт милке арендалау, гарантиялы һәм микрофинанс ярҙамдарын алыу һәм башҡалар, – тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Төбәгебеҙҙә уңышлы социаль предприятиелар иҫәбендә Нефтекамала “Художка” тигән арт-студия ойошторған һәм белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар Светлана Ғәбдрәүепова, шулай уҡ Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарға “Форманормика” фитнес клу