Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Китап йәрминкәһен һағынып килдем

Халыҡ-ара "Китап байрамы" республикабыҙҙың төрлө милләт вәкилдәрен йыйыу менән генә түгел, күрше төбәктәр, илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға ла һәр саҡ асыҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Күрше Силәбе өлкәһе универсаль фәнни китапханаһы директоры, Рәсәй китапханалар ассоциацияһы идаралығы ағзаһы Наталья Диская ла “китап йәрминкәһен һағынып көтөп алдым”, тине. - Китап байрамы иҫ киткес, һоҡланғыс. Ойоштороу кимәле бик юғары, шундай масштаблы, ысын мәғәнәһендә халыҡ-ара кимәлдә. Уның ваҡыты, урыны, бөтә шарттарға тап килә. Сөнки китаптарға шундай ҡараш кәрәк, һаҡлау йәһәтенән дә. Китап сатырҙары иртәнән алып кискә тиклем халыҡ менән тулы булһа, улар араһында республикағыҙҙың Башлығы ла бергә, аралашып йөрөүе бик матур күренеш. Был "Китап байрамы" - Рәсәйҙең иң алдынғы китап йәрминкәһе. Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Сөнки беҙҙә лә ниндәйҙер кимәлдә китап йәрминкәләре уҙа, әммә беҙҙә бындай масштабта түгел. Шуға күрә лә һеҙ илебеҙҙең һәр төбәгенә өлгө булып тораһығыҙ! Ә инде йәрминкә эсендәге те

Халыҡ-ара "Китап байрамы" республикабыҙҙың төрлө милләт вәкилдәрен йыйыу менән генә түгел, күрше төбәктәр, илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға ла һәр саҡ асыҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Күрше Силәбе өлкәһе универсаль фәнни китапханаһы директоры, Рәсәй китапханалар ассоциацияһы идаралығы ағзаһы Наталья Диская ла “китап йәрминкәһен һағынып көтөп алдым”, тине. - Китап байрамы иҫ киткес, һоҡланғыс. Ойоштороу кимәле бик юғары, шундай масштаблы, ысын мәғәнәһендә халыҡ-ара кимәлдә. Уның ваҡыты, урыны, бөтә шарттарға тап килә. Сөнки китаптарға шундай ҡараш кәрәк, һаҡлау йәһәтенән дә. Китап сатырҙары иртәнән алып кискә тиклем халыҡ менән тулы булһа, улар араһында республикағыҙҙың Башлығы ла бергә, аралашып йөрөүе бик матур күренеш. Был "Китап байрамы" - Рәсәйҙең иң алдынғы китап йәрминкәһе. Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Сөнки беҙҙә лә ниндәйҙер кимәлдә китап йәрминкәләре уҙа, әммә беҙҙә бындай масштабта түгел. Шуға күрә лә һеҙ илебеҙҙең һәр төбәгенә өлгө булып тораһығыҙ! Ә инде йәрминкә эсендәге тематик майҙансыҡтарға, музыкаль сараларға килгәндә инде, сәхнәгә Башҡортостандың иң күренекле артистары сығып, боронғо "Урал батыр" эпосын башҡарыуы минең өсөн иң тетрәндергес тә, иң матур ҙа ваҡиғаларҙың береһе булды. Китаптарҙы һатыу ғына түгел, уларҙы ошолай йәнләндереп күрһәтеү ҙур көскә эйә. Мин тик һоҡланыу ғына белдерәм! - тип тәьҫораттары менән бүлеште Наталья Ивановна. Барыһының да көтөп алған китап йәрминкәһе бөгөн тамамлана ла инде. Ә беҙ күрше төбәктәрҙән килгән вәкилдәр, нәшриәтселәр, яҙыусылар менән тағы ла ошондай матур осрашыуҙар яҙһын, тип теләйбеҙ. Автор фотоһы.