*Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр. *Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр. *Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр. *Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. *Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. *Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр. *Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. *Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙ`` булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. *Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. *Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы. Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ буйынса йәйҙең тәүге айы нисек буласаҡ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Сулпан Әбдрәхимова фотоһы.