Республика Хәрби Дан музейы майҙансығында тулыландырылған ысынбарлыҡ технологияһын ҡулланған китаптар ҡуйылған.Улар араһында Олег Рой һәм Сергей Лобановтың «Геройҙар ваҡыты», Мөнир Ҡунафиндың «МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым”, Лариса Абдуллина “Халҡым минең - Ватаным!” китаптары һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды тарафынан әҙерләнгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хикәйәләрен туплаған “Рус мундирын кейеү – юғары хөрмәт” тигән йыйынтыҡ бар. Китап тышлығында QR-кодтар ҡуйылған. Уларҙы смартфон ярҙамында сканерлап, биттәрҙең терелеүен күҙәтергә мөмкин: тексты тулыландырған һәм уҡыусыны автор һүрәтләгән ваҡиғаларға алып ингән аудио - һәм видео материалдар барлыҡҡа килә. Был Республика Хәрби Дан музейы эшләгән контент ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был инновация әҙәбиәт менән танышыуҙы тағы ла мауыҡтырғыс һәм танып белеүсән итә, тарихи ваҡиғаларҙы һәм геройҙарҙы тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирә. "Китап байрамы" йәрминкәһе матбуғат хеҙмәте.
"Китап байрамы" йәрминкәһенә тере иллюстрациялы китаптар килтерелде
31 мая 202531 мая 2025
~1 мин