Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

III Китап байрамы эш башланы

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Китап байрамын асыу тантанаһында ҡатнашты. Халыҡ-ара йәрминкәгә 270 нәшриәт, китап магазиндары, букинистар, яҙыусы, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Улар – Рәсәй субъекттары һәм Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Иран илдәренән. Республика етәксеһе менән форум ҡунаҡтары күргәҙмәләрҙе ҡараны. Үҙәк майҙансыҡта Радий Хәбиров өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын йәрминкә башланыу меннә ҡотланы, дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Фестивалде башлағанда, ул яңы әҫәрҙәр тыуыуына этәргес булһын, тигән ниәттән сығып эш иткәйнек. Уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу ҙа – мөһим бурыс, сөнки китап, ысынлап та, иң яҡшы дуҫ. Ул белем сығанағы, әхлаҡ нигеҙе, – тине Башҡортостан Башлығы. Рәсәй Китап союзы президенты Сергей Степашин йәмғиәттә тәрбиә өлкәһендә, илдең үҫешендә китаптың роле ҙур булыуын билдәләне. – Рәсәй Китап союзы “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” тигән конкурс идеяһын тәҡдим иткәйне. Уҙған йылда был статусты Башҡортостан алды, - тине ул. – Китап байрамы – ғәжәп сара, бында күп

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Китап байрамын асыу тантанаһында ҡатнашты. Халыҡ-ара йәрминкәгә 270 нәшриәт, китап магазиндары, букинистар, яҙыусы, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Улар – Рәсәй субъекттары һәм Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Иран илдәренән. Республика етәксеһе менән форум ҡунаҡтары күргәҙмәләрҙе ҡараны. Үҙәк майҙансыҡта Радий Хәбиров өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын йәрминкә башланыу меннә ҡотланы, дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Фестивалде башлағанда, ул яңы әҫәрҙәр тыуыуына этәргес булһын, тигән ниәттән сығып эш иткәйнек. Уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу ҙа – мөһим бурыс, сөнки китап, ысынлап та, иң яҡшы дуҫ. Ул белем сығанағы, әхлаҡ нигеҙе, – тине Башҡортостан Башлығы. Рәсәй Китап союзы президенты Сергей Степашин йәмғиәттә тәрбиә өлкәһендә, илдең үҫешендә китаптың роле ҙур булыуын билдәләне. – Рәсәй Китап союзы “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” тигән конкурс идеяһын тәҡдим иткәйне. Уҙған йылда был статусты Башҡортостан алды, - тине ул. – Китап байрамы – ғәжәп сара, бында күп нәшриәттәр килә, ә иң мөһиме, халыҡ та бихисап һәм китаптар һатып ала. Китап уҡыған кеше тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала, Ватанға мөнәсәбәте лә ыңғай яҡҡа үҙгәрә, – тине ул. өсөнсө Китап байрамы башланыу айҡанлы, йыйылыусыларҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла ҡотланы. Ул китапты үҫеп килеүсе быуында Ватанға һөйөү, күп милләтле халҡыбыҙҙың әхлаҡи ҡиммәттәрен баһалау тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләне. “АСКИ” китап нәшер итеүселәр ассоциаияһы етәксеһе Константин Чеченев Китап байрамының юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм күргәҙмәнең илдәге иң яҡшылар иҫәбендә икәнен билдәләне. Ул китап тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн БР Башлығына Ассоциацияның беренсе почетлы билдәһен тапшырҙы. Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең генераль директоры Максим Древаль дә тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. “Белем” йәмғиәте файҙалы эштә һәр саҡ ышаныслы партнер булырға әҙер, тине ул. Китап байрамын асыу тантанаһынан һуң Радий Хәбиров һәм Сергей Степашин журналистар менән аралашты. Республика етәксеһе Китап байрамының уңышы, киңерәк ҡолас ала барыуы тураһында һөйләне. “Хәҙерге заманда киаптарға башҡа төр мәғлүмәт сығанаҡтары меннә ярышырға тура килә. Эргәбеҙҙә дөрөҫ китаптар булыуы ныҡ мөһим. Бөгөнгө фестиваль – был йүнәлештәге эштең мөһим бер өлөшө”, – тине ул. С. Степашин йәрминкәне ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. “Был кешеләр ҡатнашлығы, баҫмалар күплеге буйынса өлгө булып торған сара”, – тигән баһа бирҙе. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru