Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вилдан Яруллин СИЗО-ла ниндәй шарттарҙа ултыра

Коррупцияла ғәйепләнгән «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин СИЗО-ла тотоу шарттарына зарланмай. Был хаҡта 28 майҙа Республиканың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Ғәлин хәбәр иткән."Ҡулға алыныусы учреждениеның ике урынлыҡ камераһында бер үҙе. Камерала яһалма яҡтылыҡ норма сиктәрендә, тәбиғи яҡтылыҡ стандарт тәҙрә аша үтә. Камералағы һауаны таҙартыу ағымы сығарыу вентиляцияһы менән башҡарыла, камераны тәбиғи елләтеү өсөн рәшәткәләге тишек аша тәҙрә асыу мөмкинлеге бар, — ти ул.Йәмәғәтсе билдәләүенсә, камерала тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү алып барыла, дежурға шылтыратыу төймәһе бар."Ултырғыс, өҫтәл, гигиена кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн тумба, ҡайнатылған һыу менән бак бар, — тип белдерә Олег Ғәлин. — Ғәйепләнеүсегә теш пастаһы, теш щеткаһы, бәҙрәф ҡағыҙҙары рәүешендәге гигиена кәрәк-яраҡтары тулы күләмдә бирелгән. Камера „Генуя кәсәһе“ рәүешендәге санитар узел, йыуыныу раковинаһы һәм һалҡын һыу биреүсе үҙәк һыу менән тәьмин итеү менән йыһазландырылған. Түшә

Коррупцияла ғәйепләнгән «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин СИЗО-ла тотоу шарттарына зарланмай. Был хаҡта 28 майҙа Республиканың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Ғәлин хәбәр иткән."Ҡулға алыныусы учреждениеның ике урынлыҡ камераһында бер үҙе. Камерала яһалма яҡтылыҡ норма сиктәрендә, тәбиғи яҡтылыҡ стандарт тәҙрә аша үтә. Камералағы һауаны таҙартыу ағымы сығарыу вентиляцияһы менән башҡарыла, камераны тәбиғи елләтеү өсөн рәшәткәләге тишек аша тәҙрә асыу мөмкинлеге бар, — ти ул.Йәмәғәтсе билдәләүенсә, камерала тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү алып барыла, дежурға шылтыратыу төймәһе бар."Ултырғыс, өҫтәл, гигиена кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн тумба, ҡайнатылған һыу менән бак бар, — тип белдерә Олег Ғәлин. — Ғәйепләнеүсегә теш пастаһы, теш щеткаһы, бәҙрәф ҡағыҙҙары рәүешендәге гигиена кәрәк-яраҡтары тулы күләмдә бирелгән. Камера „Генуя кәсәһе“ рәүешендәге санитар узел, йыуыныу раковинаһы һәм һалҡын һыу биреүсе үҙәк һыу менән тәьмин итеү менән йыһазландырылған. Түшәк кәрәк-яраҡтары, матрастар, мендәрҙәр, таҫтамалдар ҡәнәғәтләнерлек хәлдә.Йәмәғәтсенең әйтеүенсә, Яруллиндың адвокатҡа барыу хоҡуғы һаҡлана, медицина хеҙмәткәре уны билдәләнгән тәртиптә ҡарай. Ғәйепләнеүсе үҙе лә әңгәмә барышында тотоу шарттарына һәм кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ялыуҙар белдермәгән. Сығанаҡ: Башҡортостаным. Яңылыҡтар