Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Олег Ройға дәрәжәле исем бирелде

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары сафы тағы бер вәкилгә артты. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был абруйлы исемде билдәле Рәсәй яҙыусыһы Олег Ройға тапшырҙы. Был хаҡта яҙыусы Совет майҙанындағы майҙансыҡтарҙың береһендә уҡыусылары менән осрашыу ваҡытында хәбәр итте. Ул, Башҡортостан миңә тыуған яғым кеүек үк яҡын, тине, сөнки яҙыусының бала сағы беҙҙең республикала үткән. “Шуның өсөн дә был абруйлы исемгә лайыҡ булыу минең өсөн айырыуса ҡыуаныслы!” – тине яҙыусы. Былтыр байрамға килгәнендә әҙип “Геройҙар ваҡыты” китабын әҙерләүе хаҡында һөйләгәйне. Быйыл баҫма донъя күргән һәм Олег Рой ижадын һөйөүселәрҙе тап уның менән таныштырҙы. Яҙыусы менән бергә осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, шағир Сергей Лобанов та булды. Яңы баҫмала Олег Ройҙың проза әҫәрҙәре менән бер рәттән, ошо авторҙың шиғырҙары, шулай уҡ хәрби рәссамдарҙың ижад өлгөләре урын алған. Исеменән һәм авторҙарынына уҡ күренеүенсә, йыйынтыҡ махсус хәрби операция темаһына арналған. Олег Ройҙың ижадын үҙ итеүселәр яҙыусыны ла, шағир Сергей Лобановты ла һорауҙарға күмде, осрашыу аҙағында иһә автографлы китаптар алып ҡыуанды. Ике яҙыу оҫтаһы ла Башҡортостанда ойошторолған Китап байрамының әһәмиәтен юғары баһаланы. Олег Рой - Валерий Шахов фотоһы. Осрашыуға килеүселәр Сергей Лобанов меннә аралашып ҡалырға тырышты - автор фотоһы.