Йыл һайын Халыҡ-ара "Китап байрамы" форумында ҡатнашыусылар уникаль баҫмаларҙың һәм яҙма ҡомартҡыларҙың шаһиты була бара. Быйыл да, Ҡурайсылар союзы үҙенсәлекле күргәҙмә тәҡдим итеп, ҡурай сәнғәтенә, тарихыбыҙға битараф булмағандарҙы ҡыуандырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы бер йыл элек кенә яңы көс, яңы һулыш менән эшләй башлағайны. Бөгөн баш ҡалабыҙҙа уҙған халыҡ-ара форумға ҡурай тураһындағы китаптарҙы туплап сығарыу тәҡдимен дә улар дәррәү хуплап сыҡты. - Ҡурайсылар союзының идара ултырышында ҡурайҙы пропагандалау хаҡында һөйләшкәндә, күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарға ла өйрәтергә һәм әүҙемләштерергә тигән мәсьәлә тора ине. Шуға ла, ситкә сыға торған махсус сараларҙан тыш, үҙебеҙҙә уҙған ҙур-ҙур фестивалдәрҙең мөмкинлеген ҡулланып, Өфөгә ситтән килгән ҡунаҡтарға ла, ғөмүмән халыҡҡа ла ҡурайыбыҙ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт еткерәйек, тигән ҡарарға килдек. Мәҫәлән, ҡурай, ҡурайсылар тураһында күп китаптар бар, әммә-ләкин, хатта ҡурайға уҡыған ҡайһы бер музыкан