27 май – Китапханасылар көнө һәм 30 майҙан 1 июнгәсә үтәсәк “Китап байрамы” III халыҡ-ара китап йәрминкәһе уңайынан китапханасылар араһында “Рухиәт һаҡсыһы” тигән конкурс үткәрҙек. 13 конкурсант өсөн тауыш биреп, еңеүсене тап һеҙ билдәләнегеҙ, дуҫтар.Бөгөн, 30 майҙа, “Китап байрамы” башланған көндә, иң күп тауыш йыйған өс китапханасы асыҡланды. Улар: * беренсе урында – Бөрйән районының Исламбай ауылы китапханасыһы Флүзә Әхмәтйәнова, * икенсе урында – Йылайыр районы үҙәк китапханаһы китапханасыһы Фәниә Түләбаева, * өсөнсө урында – Хәйбулла районы үҙәк китапханалар системаһының балалар моделле китапханаһы мөдире Лира Такалова. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Беренсе урынды яулаған конкурсантыбыҙға - Бөрйән эшҡыуарынан өс литрлыҡ банкала бал, икенсе урын өсөн - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың "Башҡорт ҡыҙҙары" картинаһы төшөрөлгән 70х70 сантиметр ҙурлыҡтағы шифон яулыҡ, өсөнсө урын алған бәйгесебеҙгә Өфөләге "Careclub" косметология студияһында хеҙмәтләндереүгә сер