Найти в Дзене

Атаһы яңғыҙ тәрбиәләгән...

29 майҙа Өфө районының Шамонин ауылында фажиғә теркәлде. Урында 11 йәшлек малай һәләк булды. Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, авария көндөҙгө 13:00 сәғәттә теркәлгән. Юлдың ситендә велосипедта китеп барған малайҙы "Киа Спектра" машинаһы бәрҙерә. Автомобилдең руле артында ошо ауылда йәшәгән 56 йәшлек ир була. Бала тәүҙә капотҡа бәрелә, ә һуңынан ситкә сығып оса. Машина ла юлдан ситкә төшөп китә. Һөҙөмтәлә малай ваҡиға урынында уҡ йән бирә. - Бала туғандарына ҡунаҡҡа Баймаҡ районынан килгән булған. Водитель әйтеүенсә, бер йүнәлештә китеп барған саҡта малай ҡапыл һулға боролоп, автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡала, - тип хәбәр итә Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте. "КП-Өфө" яҙыуынса, малай атаһы менән бергә Баймаҡта йәшәгән була. Ир уны яңғыҙы тәрбиәләгән, сөнки күптән түгел тормош иптәше яҡты донъяларҙан китеп барған. - Баланың атаһы шок хәлендә, - тигән "КП-Өфө"гә малайҙың инәһе. 11 йәшлек малайҙы ерләүҙе ойоштороуҙы атаһының туғандары, шулай уҡ Шамонин ауылы халҡ

29 майҙа Өфө районының Шамонин ауылында фажиғә теркәлде. Урында 11 йәшлек малай һәләк булды. Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, авария көндөҙгө 13:00 сәғәттә теркәлгән. Юлдың ситендә велосипедта китеп барған малайҙы "Киа Спектра" машинаһы бәрҙерә. Автомобилдең руле артында ошо ауылда йәшәгән 56 йәшлек ир була. Бала тәүҙә капотҡа бәрелә, ә һуңынан ситкә сығып оса. Машина ла юлдан ситкә төшөп китә. Һөҙөмтәлә малай ваҡиға урынында уҡ йән бирә. - Бала туғандарына ҡунаҡҡа Баймаҡ районынан килгән булған. Водитель әйтеүенсә, бер йүнәлештә китеп барған саҡта малай ҡапыл һулға боролоп, автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡала, - тип хәбәр итә Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте. "КП-Өфө" яҙыуынса, малай атаһы менән бергә Баймаҡта йәшәгән була. Ир уны яңғыҙы тәрбиәләгән, сөнки күптән түгел тормош иптәше яҡты донъяларҙан китеп барған. - Баланың атаһы шок хәлендә, - тигән "КП-Өфө"гә малайҙың инәһе. 11 йәшлек малайҙы ерләүҙе ойоштороуҙы атаһының туғандары, шулай уҡ Шамонин ауылы халҡы үҙ өҫтөнә алған. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күптәр ҡайғы уртаҡлашыу белдерә. Фажиғәнән һуң Шамонин ауылы халҡы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ауылда йәйәүлеләр өсөн юлдар юҡ. Шулай уҡ камералар ҙа булмағас, водителдәр йыш ҡына тиҙлекте арттыра. Шул уҡ ваҡытта бындай фажиғә беренсе тапҡыр ғына теркәлмәгән... ...Баланың атаһының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: «Новости Шамонино / Шмидтово / Русский Юрмаш» / Telegram