Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Урал батыр" эпосының факсимиль күсермәһе Милли музейҙа һаҡланасаҡ

Китаптың тексы 1910 йылда фольклорсы, драматург һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғоловтың сәсән-ҡурайсылар Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтов һүҙҙәренән яҙған яҙмаһына нигеҙләнгән. Эпостың бер нисә төҙәтмә индерелгән, латин шрифтлы (моғайын, Мөхәмәтша Буранғоловтың үҙе яҙғандыр) машинка менән яҙылған күсермәһе рәүешендәге төп нөсхәһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана. Уникаль баҫманың күсермәһе ваҡытлыса Милли музейға тапшырыла, һуңынан ул Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһының бер өлөшөнә әйләнәсәк. - Китаптар тапшырыуҙың изге традицияһы ярҙамында беҙҙең коллекцияла Ғосман Ҡөрьәненең һәм Остромир Евангелиеһының күсермәләре бар. Уларҙы Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә күрергә мөмкин. Бөгөн дә Башҡортостандың музей йыйылмаларында лайыҡлы урын аласаҡ уникаль баҫманы ҡабул итеп алабыҙ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы әҫәрҙең төбәк мәҙәниәте өсөн мөһимлеген билдәләне, шулай уҡ июндә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һә

Китаптың тексы 1910 йылда фольклорсы, драматург һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғоловтың сәсән-ҡурайсылар Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтов һүҙҙәренән яҙған яҙмаһына нигеҙләнгән. Эпостың бер нисә төҙәтмә индерелгән, латин шрифтлы (моғайын, Мөхәмәтша Буранғоловтың үҙе яҙғандыр) машинка менән яҙылған күсермәһе рәүешендәге төп нөсхәһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана. Уникаль баҫманың күсермәһе ваҡытлыса Милли музейға тапшырыла, һуңынан ул Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһының бер өлөшөнә әйләнәсәк. - Китаптар тапшырыуҙың изге традицияһы ярҙамында беҙҙең коллекцияла Ғосман Ҡөрьәненең һәм Остромир Евангелиеһының күсермәләре бар. Уларҙы Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә күрергә мөмкин. Бөгөн дә Башҡортостандың музей йыйылмаларында лайыҡлы урын аласаҡ уникаль баҫманы ҡабул итеп алабыҙ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы әҫәрҙең төбәк мәҙәниәте өсөн мөһимлеген билдәләне, шулай уҡ июндә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында республикала "Урал батыр" эпосы көнөн булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәрен хәбәр итте. Уны йыл һайын июнь айында билдәләйәсәктәр. Фото: glavarb.ru