Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

"Халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһендә Рәсәй китаптар союзы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был беҙҙең, беренсенән, ватан әҙәбиәтен һәм, икенсенән, уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса ҙур берлектәге эшебеҙҙең башы. Тиҙҙән килешеүҙе реаль йөкмәтке менән тулыландырасаҡбыҙ. Тәүҙә 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында уҡыуҙы үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү программаһын әҙерләйбеҙ. Хөкүмәт ҡарамағында мотлаҡ уҡыу инфраструктураһын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм булдырасаҡбыҙ. Рәсәй китаптар союзының яҡшы тәжрибәләре бар: уларҙы беҙ үҙ эшебеҙҙә ҡуллана алыр инек. Пландарҙы Рәсәй китаптар союзының президенты Сергей Степашин менән тикшерҙек", - тигән ул. Фото А. Назаров сәхифәһенән.