Ай календары буйынса, зөлхизә айының тәүге ун көнлөгөндәбеҙ. Тиҙҙән, иншаллаһ, изге Ҡорбан ғәйетен ҡаршылайбыҙ. Зөлхизәнең тәүге ун көнө ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙы Ҡөрьән уҡып, дини белемде арттырып, тәүбә итеп, төнгө намаҙҙар ҡылып, ураҙа тотоп, мохтаждарға ярҙам итеп, атай-әсәйгә, яҡындарға ихтирам-хөрмәт, иғтибар күрһәтеп һәм башҡа изге эш-ғәмәлдәр менән үткәреү фарыз. Ошо осорға бәйле хәҙистәр: * “Был донъяның иң фазылиәтле көндәре ‒ зөлхизә айының тәүге ун көнө!” * “Зөлхизәнең ун көнө рамаҙандың ун көнөнән өҫтөнөрәк. Рамаҙандың ун төнө иһә зөлхизәнең ун төнөнән өҫтөнөрәк”. * “Зөлхизәнең тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙән башҡа Аллаһ Тәғәләгә һөйкөмлөрәк булған ғәмәлдәр юҡтыр”. * “Был көндәрҙә “сөбхәналлаһ”, “әл-хәмдү лилләһ”, “лә иләһә илләллаһ” һәм “Аллаһү әкбәр” тип әйтеүҙе күбәйтегеҙ!” * Зөлхизәнең тәүге ун көнөнөң бөтәһе лә әһәмиәтле һәм фазылиәтле. Был көндәрҙә башҡарылған изге эштәрҙең әжер-сауабы ҙур. Шуға ла был көндәрҙе ғибәҙәттә тырышлыҡ күрһәтеп үткәреү фарыз”. Июнь айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.