1982 йылдан яҙыусылар йорто булып хеҙмәт иткән бина Өфө ҡалаһының тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән ул яңы һулыш алды. “Тағы ла бер ҙур ҡыуаныс. Башҡортостан хөкүмәте, беҙҙең Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың тырышлығы менән был бина Яҙыусылар союзына бөтөнләйгә бирелде”, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев. Был бина төрлө фекер алышыуҙар, ижади бәхәстәр, әҙәби жанрҙар буйынса секция ултырыштары, шиғыр байрамдары йәштәрҙең ижадын үҫтереүгә киң мөмкинселектәр асыр, тип иҫәпләй аҡһаҡал. "Бында беҙ йыйылып, ижад итеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә аласаҡбыҙ. Асыу тантанаһы сиктәрендә үҙ сафыбыҙға яңы ағзалар ҙа ҡабул итәсәкбеҙ", - тип хәбәр итте Айгиз Баймөхәмәтов. Фото: Башинформ.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөкләндерелгән йортҡа ҡайта
30 мая 202530 мая 2025
~1 мин